Һаулығыңды йәштән һаҡлау, хәстәрлек күреү яҡшы ғәҙәткә әүерелергә тейеш, нимәлер борсоуын көтөп ултырырға ярамай, ә ваҡыты менән организм торошон тикшертергә кәрәк. Сәләмәтлек күрһәткестәре нормаламы, тайпылыштар күҙәтелмәйме – барыһын да белеү мөһим. Диспансерлаштырыуҙың төп маҡсаты ла шунда.
Бөгөн үлем күрһәткестәре буйынса йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология, бронх-үпкә һәм шәкәр диабеты тәүге дүрт урынды биләй. Күп сирҙәр, организмда патологик процесс башланыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ ваҡыт үҙен һиҙҙермәй, уларҙы бары диспансерлаштырыу программаһына индерелгән лаборатория, диагностик тикшереү ысулдары ғына асыҡлауы ихтимал.
Һеҙгә нисә йәш (йәки туласаҡ). Ошо һан өскә бүленһә, тимәк, быйыл диспансерлаштырыу үтергә хоҡуғығыҙ бар. Үҙегеҙ теркәлгән поликлиникаға барып, йәшегеҙгә ярашлы маршрут картаһын ҡулығыҙға алаһығыҙ, бөтә тикшеренеүҙәрҙе үткәндән һуң, терапевт ҡабул итәсәк, хәүефле факторҙарҙы асыҡлап, дауа билдәләйәсәк йәки уға үҙгәрештәр индерәсәк. Әгәр ҙә организмда ниндәйҙер сир табылһа, икенсе этап үткәрелә, унда төрлө профилле белгестәр, тәрәнтен тикшеренеүҙәр үткәрелә. Нигеҙҙә, бөтә процесс ике сәғәттән ике көнгә тиклем дауам итеүе мөмкин.
Диспансерлаштырыуҙың төп өҫтөнлөгө – онкологик процестарҙы иртә диагностикалау. Мәҫәлән, шыйыҡсалы цитология – бала ятҡылығы муйынтығы яман шешен асыҡлауҙа “алтын стандарт”. Шулай уҡ иң яҡшы заманса ысулдарҙың береһе – иммуногистохимик ысул – колоректаль шеште диагностикалау өсөн үткәрелә. Бөтә тикшеренеүҙәр ҙә түләүһеҙ, тиҙ һәм ауыртыуһыҙ башҡарыла. Аҙаҡ пациент ҡулына “сәләмәтлек паспорты” ала, унда бөтә тикшеренеү күрһәткестәре теркәлә. Хеҙмәткәрҙәргә диспансерлаштырыу үтеү өсөн өс йылға бер тапҡыр эш хаҡы һаҡланған көн бирелә. Ә пенсия алдында торғандар өсөн – йыл һайын ике көн.
Сәләмәтлекте хәстәрләү, тормош сифатын яҡшыртыу һәм үлем кимәлен кәметеүҙә диспансерлаштырыу – бик тә ҡулайлы, ҡеүәтле сара.