Республика клиник психотерапия үҙәгенең табип-психотерапевы:
– Аутизм – мейе үҫешенең ҡатмарлы боҙолоуы, уның барышында социаль дезадаптация күҙәтелә, йәғни кешенең социаль мөхит шарттарына яраҡлашыу үҙенсәлеге өлөшләтә йәки тулыһынса юҡҡа сыға. Аутистик спектрҙың боҙолоуы (РАС) – дөйөм термин, ул балалар аутизмы, типик булмаған аутизм, Аспергер, Ретт синдромдарына дусарҙарҙы берләштерә. Был тайпылыштарҙан яфаланғандар үҙ-ара социаль йоғонто яһау, коммуникация өлкәләрендә ҡыйынлыҡтар кисерә, шулай уҡ ҡыҙыҡһыныуҙарҙың, шөғөлдәрҙең даирәһе үтә тар һәм ҡабатланыусан була.
Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъяла һәр 160 баланың береһе аутистик спектрҙағы ниндәй ҙә булһа тайпылышҡа дусар. Фәнни тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, уларҙың барлыҡҡа килеүенең сәбәптәре төрлөсә булыуы ихтимал: генетик факторҙарҙан башлап тирә-яҡ мөхит шарттары ла мейе үҫешеүҙең иртә этаптарында тәьҫир итеүе ихтимал.
Һуңғы ваҡытта тикшеренеүҙәр араһында ашҡаҙан-эсәк юлындағы микроорганизмдарҙың сифаты һәм һаны, гендар мутацияһы һәм уның һөҙөмтәләренең, организмдағы кешенең кәйефе һәм үҙ-үҙен тотошо өсөн яуап биреүсе матдәләрҙең – нейромедиаторҙарҙың аутистик спектр боҙолоуының үҫешенә тәьҫирен асыҡлау, ролен билдәләү популярлаша бара.
Аутизм диагнозын фәҡәт табип-психиатр ҡуя, ә психологтар һәм педагогтарҙың бурысы – балаларҙағы аутизмға шикте иртә осорҙа асыҡлау. Йыш ҡына аутистик спектрҙың боҙолоуы бик һуң – бала мәктәпкә барыр алдынан ғына асыҡлана. Тикшерә башлағас, ата-әсәләрҙең баланың үҙ-үҙен тотошондағы үҙенсәлектәрҙе күптән күргәне-белгәне, әммә белгестәргә мөрәжәғәт итмәүе асыҡлана. Һөҙөмтәлә ҡиммәтле ваҡыт үтеп китә, симптоматика нығына, көсәйә башлай.
Рәсәй Психиатрҙар йәмғиәтенең клиник тәҡдимдәре буйынса, аутизм осрағындағы терапияның һәм реабилитацияның төп маҡсаты – балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, ололарҙың дөйөм үҫеше, аутизмдың ауыр яҡтарын еңеләйтеү, үҙ-ара социаль тәьҫирҙе камиллаштырыу, когнитив тайпылыштарҙы (хәтер насарайыу, аҡыл эшмәкәрлегенең түбәнәйеүе) кәметеү тора. Был комплекслы дауалау ярҙамында тормошҡа ашырыла: медикаментоз терапия, дефектологик, психологик, педагогик, нейропсихологик коррекция, пациент һәм уның ғаиләһе менән психотерапевтик социаль эш – ошо иҫәптә.
Аутистик спектрҙың боҙолоуына дусар баланы уңышлы социалләштереү өсөн адекват белем алыу төп һәм мөһим шарттарҙың береһе булып тора. Бының өсөн махсус (коррекцион) белем биреү учреждениеларын, кластарҙы, интеграциялы (һау балалар менән ҡатнаш; инклюзив) белем биреүсе төркөмдәрҙе һаҡлау һәм камиллаштырыу зарур.
Аутистик спектрҙың боҙолоуына дусар балаларҙың ата-әсәһе ярҙамға мохтаж, шул иҫәптән психотерапевтик хәстәргә лә. Уларҙы кризислы ҡатмарлы хәлдәрҙән сығырға, ғаилә ағзаларын үҙ-ара һөҙөмтәле аралашырға өйрәтеү фарыз. Ғаилә менән эшләү үҙ эсенә ата-әсәгә аутистик спектр боҙолоуҙарына дусар балаларҙың төп үҙенсәлектәрен һәм уларҙы дауалау ысулдарын еткереүҙе, сирле бала менән аралашыу юлдарын табыу, үҙ-үҙен тотошона бәйле проблемаларҙы хәл итеү, уҡытыу-тәрбиә процесына ата-әсәләрҙе йәлеп итеү кеүек ғәмәлдәрҙе ала.
Аутистик спектрҙың боҙолоуының формаларына ҡарап, киләсәкте күҙаллау ҙа төрлөсә. Дөйөм алғанда, ваҡытында ҡуйылған клиник диагноз, психофармакотерапия алымдарын ҡуллана башлау, реабилитация үткәреү яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, типик булмаған аутизмдың ауыр формаларына дусарҙарҙың, Каннер синдромы менән сирләүселәрҙең 20 проценты буйынса күҙаллауҙар насар, когнитив дефицит күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта аутистик спектрҙың боҙолоуы асыҡланғандарҙың 70 процентында терапиянан һуң тотороҡло ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә, сирлеләрҙең 10 проценты тулыһынса һауыға.