Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Май 2019, 14:13

Ай үҫәһен көн үҫә заман “баһадир”ҙары

Бер йәшкә тиклемге балаларҙың тән ауырлығы артыуы буйынса нормативтар ҡаралған. Сабыйҙың ауырлығы айына уртаса кәм тигәндә 600 грамға үҫеп барырға тейеш. 800 грамға икән, бигерәк тә яҡшы. Әгәр ҙә баланың артымы бер килограмдан ашһа, ата-әсәнең хәүефләнеүе билдәле.

Бер йәшкә тиклемге балаларҙың тән ауырлығы артыуы буйынса нормативтар ҡаралған. Сабыйҙың ауырлығы айына уртаса кәм тигәндә 600 грамға үҫеп барырға тейеш. 800 грамға икән, бигерәк тә яҡшы. Әгәр ҙә баланың артымы бер килограмдан ашһа, ата-әсәнең хәүефләнеүе билдәле.


Хафаланыу урынлымы? Һәр сәләмәт сабыйҙың тыумыштан килгән рефлекстар кимәлендә туҡланыуҙы көйләү механизмы бар. Тимәк, күпме ашарға кәрәк­лекте сабый үҙе белә тиергә лә мөмкин, ул артығын ашамаясаҡ. Арты­ғын ашағанда ла бер сәғәт эсендә ҡоҫоп, эсен бушатасаҡ. Ҡайһы бер сабый тәүге айҙарҙа ныҡ үҫһә лә, артабан тән ауырлығын яйлап арттыра, шуға күрә педиатрҙарҙы баланың ауырлығы артыуы әллә ни борсолдормай, сөнки туҡланыуҙы көйләү механизмы бары­һын да яйлаясаҡ. Ләкин ауырлыҡтың норманан кәм булыуы хафаланырға мәжбүр итә, сөнки был хәлдең төрлө сир билдәһе, баланың үҫешендә артта ҡалыуға сәбәпсе булыуы ихтимал.


Етлекмәй йәки бәләкәй ауырлыҡта тыуған сабыйҙар (2700 грамдан кәм) үҙҙәренең тиҫтерҙәрен ауырлыҡ буйынса йәһәт ҡыуып етеүсән. Айлыҡ артым 1500 грамдан ашмаһа, борсолорға урын юҡ, уны матдәләр алмашы­ныуының үҙенсәлеге итеп ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә артым ошо дәүмәлдән дә ашып китһә, сабыйығыҙҙы дөрөҫ туҡландыраһығыҙмы, матдәләр алмашыныуы боҙолмағанмы икән тип ике­лә­неү урынлы. Был осраҡта артыҡ ауыр­лыҡ эске организмдың көсөргә­нешлеген тыуҙырыуы (айырыуса йөрәк эшмәкәрлегенә көс төшөүе), хәрәкәт функциялары үҫешен тотҡарлауы ихтимал.


Күкрәк һөтө менән туҡланған бала­ның тән ауырлығын көйләү өсөн әсәнең рационынан юғары калориялы аҙыҡтар­ҙы, тәмле-татлы, майлы ризыҡтарҙы алыу мөһим. Ошондай аҙыҡ-түлектән ваҡытлыса баш тартыу кәрәк булыр: шоколад, торт, бәлеш, газлы һыу, кән­фит, гамбургер, ҡыҙҙырылған картуф, колбаса, артыҡ майлы ит ризыҡтары һәм майонез, соус ҡушылған ризыҡтар. Яһалма туҡландырылған сабый өсөн ҡатнашманы табип менән кәңәшләшеп алыу отошло булыр. Әгәр ҙә ғаиләлә һимеҙлектән, шәкәр диабетынан яфаланған кеше булһа, эндокринолог менән кәңәшләшеү бик урынлы.
Читайте нас: