Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Май 2019, 14:26

“Йомаҡ”ты сисеүсе әлегә табылмаған

Әгәр ҙә аппетит менән асығыу тойғоһо ярашһа, моғайын да, тәбиғәттә артыҡ һимеҙ, тулы кәүҙәле балалар ҙа осрамаҫ ине. Һәр бала организмға күпме кәрәк, шунса ашар ине. Ашау тойғоһо нилектән тыуа һуң?

Әгәр ҙә аппетит менән асығыу тойғоһо ярашһа, моғайын да, тәбиғәттә артыҡ һимеҙ, тулы кәүҙәле балалар ҙа осрамаҫ ине. Һәр бала организмға күпме кәрәк, шунса ашар ине. Ашау тойғоһо нилектән тыуа һуң?


Ошо бәйләнеште ябай ғына итеп аңлатып ҡарайыҡ. Ҡан буш ашҡаҙандан туҡланыу булмауы тураһында хәбәр ала һәм ул баш мейеһенә барып етә. Мейенән аҙыҡ үҙәге “ашарға ваҡыт!” тип хәбәр итә. Әгәр ҙә беҙ уның үтенесен ваҡытында үтәһәк, кәрәкле матдәләр менән байытылған ҡан был хаҡта тиҙ генә хәбәр итә һала һәм туҡланыу үҙәген тынысландыра. Аппетиттың эшмәкәрлеге ошонан ғибәрәт тә инде.


Аппетит менән асығыу араһында ҙур айырма ла бар. Тәүгеһе үҙенең нимә теләгәнен яҡшы белә: тәмле-татлы ризыҡмы, әллә емеш-еләкме? Шуныһы ҡыҙыҡ: аҙыҡ ауыҙға эләгеү менән ашҡаҙан үҙенең эске һиҙемләү каналдары аша аҙыҡтың нимәнән тороуын һәм ниндәй һут бүлеп сығарырға кәрәклеген яҡшы белә. Ә асығыу тойғоһона аҙыҡ төрөн һайлап тороу хас түгел, сөнки организм был мәлдә теләгән бер ризыҡҡа мохтажлыҡ кисерә. Бала йыш ҡына матур, сағыу тышлы, тәмле йәки хуш еҫле аҙыҡҡа үрелә, сөнки ул аппетитты ҡуҙғыта. Ә кешенең ашҡаҙаны талап иткәнгә күрә ашағыһы килә. Асығыу менән аппетиттың айырмаһы тап ошонда ла инде.


Быны аңлау бик мөһим, сөнки артығын ашау асығыу тойғоһо менән түгел, ә аппетит менән бәйле. Әммә аппетит бала өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, әгәр ул булмаһа, туҡланыуға ихтыяж тыуған хәлдә лә, сабыйҙың ашауҙан баш тартыуы ихтимал. Ғалимдар күптән инде аппетит менән нимәнең идара итеүен асыҡларға теләй. Әлегә был “йомаҡ” сиселмәгән, әммә уның бик ҡатмарлы мөһим процесс булыуы бәхәсһеҙ.
Читайте нас: