Бөгөндән Башҡортостан ауылдары һәм ҡалаларында “Халыҡ һаулығы көндәре” акцияһы башланды. 31 майға тиклем дауам итәсәк сараны Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Республика кардиология үҙәге ойоштора. Төп маҡсат – башланғыс мәлендә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен асыҡлау һәм, ғөмүмән, халыҡтың үҙ һаулығына иғтибарын арттырыу.
Акция сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү буйынса күсмә семинарҙар үтәсәк. Ҡала һәм райондарҙың поликлиника биналарында “Асыҡ ишектәр” көнө ойоштороласаҡ. Унда артериаль ҡан баҫымы кимәле, буй, ауырлыҡ үлсәнәсәк. Шулай уҡ сәләмәт тормош алып барыу буйынса кәңәштәр биреләсәк.
29 майҙа Белорет районының Тирлән ауылында “Мобиль кардиолог” акцияһы үтәсәк. Шулай уҡ кардиология үҙәге хеҙмәткәрҙәре йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртеү тураһында “Башавтотранс” пассажирҙарына һөйләйәсәк (31-се маршрутта).
Бөгөн Өфөләге “Динамо” стадионында республика кардиология дауаханаһы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары һәм трансплантация кисергән пациенттар һәм уларҙың хирургтары ҡатнашлығында футбол матчы үтәсәк.
30 майҙа Ленин исемендәге ял паркында “Һаулыҡ байрамы”ойошторола. Бынан башҡа ла бик күп саралар планлаштырылған. Һаулығын ҡайғыртҡан һәр кемгә унда ҡатнашырға кәңәш ителә.
Фото: health.bashkortostan.ru