Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Июнь 2019, 17:27

Малышева алдаһа ни, милләттәшебеҙгә үҙебеҙ ярҙам итәйек!

Бөгөн ауыр сирле Гөлназ Зәйнуллина менән танышҡаныма теүәл ике ай. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уның тураһында яҙма күреп ҡалып, Гөлназға ярҙам итеү маҡсатында асылған төркөмгә яҙылдым.

Бөгөн ауыр сирле Гөлназ Зәйнуллина менән танышҡаныма теүәл ике ай. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә уның тураһында яҙма күреп ҡалып, Гөлназға ярҙам итеү маҡсатында асылған төркөмгә яҙылдым.


Ундағы яҙмаларҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән милләттәшебеҙҙең ауыр сире тураһында ентекләп уҡыным. Ул лимфедема (лимфостаз) ауырыуы менән яфалана икән.


Тиҙҙән Гөлназ үҙе миңә хәбәр ебәрҙе. Баҡһаң, Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылы ҡыҙы 14 йыл элек ошо мәкерле сиргә дусар булған. Лимфа шыйыҡсаһының йөрөшө боҙолғанлыҡтан, тәндең йомшаҡ туҡымалары, күп осраҡта аяҡтарҙың, ҡот осмалы булып шешә. “Фил аяғы”, унда ҡутырлы һәм сей яралар барлыҡҡа килә. Шуныһы ҡурҡыныс: лимфедема тулыһынса дауаланмай, даими рәүештә лимфодренаж һәм бандажлау менән шөғөлләнеп, сирленең хәлен еңеләйтергә генә була. Бының өсөн реабилитация үтеп тороу, йәнә махсус трикотаж кейем талап ителә. Хирургик операция яһау ҙа ауырыуҙарҙың 70 процентының хәлен яҡшырта.


Әммә быларҙың барыһына ла күп аҡса кәрәк. Мәҫәлән, Ҡазан ҡалаһындағы клиникала бер дауалау курсы үтеү 209 мең һум, ә трикотаж ойоҡтар 58 мең һум тора. Әле шуның 31179 һум ғына бар. Гөлназға ярҙам итергә тип асылған төркөмдә 54 кеше теркәлгән. Уларҙың финанс ярҙамы менән генә тиҙ арала тейешле сумманы туплау мөмкин түгел. Ул мөрәжәғәт иткән хәйриә фонды ла ярты йыл эсендә 800 һум ғына аҡса йыйған...


Гөлназ һөнәре буйынса уҡытыусы. Әммә гел ауырығас, мәктәптә ҡыҫҡартыуға эләккән. Әле башланғыс класс балаларына репетиторлыҡ итеү юлы менән аҙ-маҙ аҡса эшләй, тик ул ғына барыһына ла етмәй. Шуға күрә һәр төрлө алымдар эҙләп, төрлө инстанцияларға, мәрхәмәтле кешеләргә мөрәжәғәт итә.


Әле лә Мәскәүгә телевидениелағы Елена Малышева алып барған “Жить здорово!” тапшырыуында ҡатнашырға барҙы. Ләкин өмөтө селпәрәмә килеп, күңеле кителеп ҡайтты.


Кисә иртән күрһәтелгән сығарылышта алып барыусы саҡырған белгес Гөлназды ҡарап, телевизион эфирҙа үҙендә бушлай дауаланырға саҡырһа ла, яҡташыбыҙ “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә яҙыуынса, былар барыһы ла алдаҡ ҡына. Аҙаҡ табип, кәрәкле суммала аҡса йый ҙа, махсус трикотаж кейем һатып ал да миңә шылтырат, ти. “Мин ни өсөн бында килдем һуң?” тип аптыраған Гөлназға: “Ҡунаҡ сифатында аяғығыҙҙы күрһәтергә. Был бит шоу”, – тип яуап бирәләр.


Кисә кис, әсенеп, бына шуларҙы яҙҙы Гөлназ. Аҡсаһы булһа, ул теләһә ниндәй клиникаға һәм белгескә мөрәжәғәт итер ине ләбаһа! Әйҙәгеҙ, табиптар алдаһа ни, үҙебеҙ ярҙам итәйек уға. Әлеге Ураҙа байрамы барған көндәрҙә сауап ҡылайыҡ, ҡәрҙәштәр.


Фото: Телетапшырыуҙан скриншот.
Читайте нас: