Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәләмәт булайыҡ
14 Июнь 2019, 14:30
Дөрөҫ туҡлана бел
Һәйбәт туҡланып та биш-ете килограмға ябығып була, тип иҫәпләй диетологтар.
Һәйбәт туҡланып та биш-ете килограмға ябығып була, тип иҫәпләй диетологтар.
Бына уларҙың бер нисә кәңәше.
* Көндө бер балғалаҡ бал һалып болғатылған бер стакан һыу эсеүҙән башлағыҙ.
* Шәрбәтле аҙыҡ ашағандан һуң мотлаҡ һыу эсегеҙ.
* Ниндәй генә блюдо әҙерләһәгеҙ ҙә, уның яртыһын ғына ашарға ғәҙәтләнегеҙ.
* Төшкө аш ваҡыты 20 минуттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Бер көнлөк туҡланыу рационының 70 проценты тап ошо мәлгә тура килеүе яҡшы. Көнөнә өс телем ғәҙәттәге икмәк йәки алты телем түбән калориялы икмәк ашау файҙалы, сөнки унда углеводтар һәм В төркөмө витаминдары тупланған.
* Көнөнә 2—2,5 литр һыу эсегеҙ. Бөйөрҙәрҙең яҡшы эшләүе һәм токсиндарҙан ҡотолоу өсөн был мөһим шарт.
* Ҡыҙҙырылған аҙыҡтан баш тартығыҙ, сөнки ул, калорияны арттырыуҙан тыш, канцерогенлы матдәләр барлыҡҡа килеүенә лә булышлыҡ итә. Әммә организмға майҙар ҙа кәрәк, улар етешмәһә, ҡайһы бер витаминдарҙың үҙләштерелмәүе мөмкин. Үҫемлек майҙарын ҡулланырға тырышығыҙ.
Фото: poradum.com.ua
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.