Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Июнь 2019, 14:02

Кемдең оҙаҡ йәшәгеһе килә?

Юҡ-барға ыҙғышып, энергияғыҙҙы бушҡа әрәм итмәгеҙ.

Юҡ-барға ыҙғышып, энергияғыҙҙы бушҡа әрәм итмәгеҙ.


Ер йөҙөндә быуаттан ашыу һау-сәләмәт, үҙ аҡылында, хәрәкәттә йәшәгән кешеләрҙең булғанын беләбеҙ. Хатта 150 йыл йәшәгән оҙон ғүмерлеләр булыуы ла билдәле. Ә Ҡытайҙа Ли Циньюнь тигән бер кеше 1678 йылда тыуып, 1928 йылда вафат булған. Нәҡ 250 йыл йәшәгән аҡһаҡал! Ысын хәбәрме икән был?


Революцияға тиклем Рәсәйҙә һәр ауылда йөҙйәшәрҙәр булыуы билдәле. Геронтологтар иҫәпләүенсә, хәҙерге заман кешеһе йөҙ йылдан да күберәк йәшәй ала. Күпселек халыҡтың иртә вафат булыуына төрлө сирҙәр, йәшәү рәүешен дөрөҫ ойоштормау, үҙеңә һәм донъяға насар мөнәсәбәт сәбәпсе, тиҙәр.


Ғүмер оҙайлылығының артыуы ололарҙың оҙаҡ йәшәүе иҫәбенә бара, тип иҫәпләйҙәр. Әммә эш бит ҡартлыҡтың оҙайлы булыуында түгел, ә уның һуң килеүендә.


Элек кеше тормошон өс этапҡа — йәшлек, өлгөрөү, ҡартлыҡ осорҙарына бүлгәндәр. Ә хәҙер өлгөргәнлек аҙағына тормоштоң тағы ла бер осорон өҫтәргә мөмкин. Уны “икенсе өлгөрөү” этабы тип атарға ла була. Ул пенсияға сығыу мәленә тура килә һәм 80—85 йәшкәсә дауам итә. Сәләмәт тормош алып барғанда, кешенең мөм­кинлектәре бер ҙә хөртәймәй, хатта йәшлек осорондағыға ҡарағанда, яҡшырыуы ихтимал. Был — кеше ғүмерендә иң сифатлы осор, тәжрибә, сәләмәт­лек һәм көс тә етерлек, дәрт тә, дарман да бар.


Алтмышты уҙғандан һуң кеше социаль йөкләмәләрҙән арына, яңы шөғөлдәргә, һөйөнөс кил­тергән, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған эштәргә ваҡыты арта. Тик беҙҙе хеҙмәт осорон тамамлағандан һуң нисек йәшәргә кәрәклеген бер кем дә өйрәтмәне! Беҙ тормош программаһын тулыһынса үтәнек кеүек: һөнәр алдыҡ, ғаилә ҡорҙоҡ, карьера баҫҡыстарын үттек, йорт һалдыҡ, балалар үҫтерҙек. Программа тамамланды, ә тормош дауам итә.


Икенсе өлгөрөү осоро тәүгеһенең дауамы ғына түгел. Ул — рухи үҫеш, сәләмәтлек тураһында хәстәрлек, камиллашыу осоро ла. Ғүмер оҙонлоғо йәшәү энергияһы кимәленә бәйле. Ҡартая барған һайын кимәл түбәнәйә бара, энергия бөтһә — кеше вафат була. Тимәк, ошо йәшәү энергияһын һаҡларға һәм тулыландырырға кәрәк, шуға күрә лә цигун, йога менән шөғөлләнеүселәр бары­һынан да элек энергетик процестарға ҙур иғтибар бүлә.


Оҙаҡ бәхетле йәшәү сере ябай ҙа, ҡатмарлы ла кеүек: дөрөҫ туҡланыу, етерлек кимәл­дә физик әүҙемлек (умыртҡа бағанаһының һығылмалылығы мотлаҡ һаҡланырға тейеш), ыңғай хис-тойғолар (тынғыһыҙ­лыҡтан арыныу, төрлө ваҡиға­ларға аҡыллы мөнәсәбәт), тор­мошҡа йәм биргән, ҡыҙыҡһыныу уятҡан тойғолар төрлөлөгө. Йәшәү энергияһын ошо ғәмәл­дәр ҙә һаҡларға булыша: тәбиғәт ритмына буйһоноу, йоҡо һәм әүҙемлек, туҡланыу ваҡытын тәүлек һәм миҙгел циклдары менән яраштырыу мөһим. Мәҫәлән, ҡыш көнө иртәрәк йоҡларға ятырға һәм, йәй менән сағыштырғанда һуңыраҡ торорға кәрәк. Калорияларҙы сикләү (даими йәки ҡыҫҡа ваҡытҡа) кешене сәләмәтерәк итә һәм организмда ғүмер оҙайлылығын арттырыусы процестарҙы тиҙләтеп ебәрә. Ҡыҫҡа ваҡытлы асығыу ҙа файҙалы.
Читайте нас: