Һәр ерҙә лә уртаҡ тел таба.
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылы егете Булат Миңлекәев бала сағынан табип булырға хыяллана. Шуға ла урта мәктәпте тамамлағас та Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетына документтарын тапшыра.
Диплом алғас, 2016 йылда Булат Илйәр улына Башҡортостанда, Себер тарафтарында, хатта Ҡырымда эшләргә тура килә. Әммә сит яҡта нисек кенә яҡшы булмаһын, ул күңеле менән тик Башҡортостанға тартыла. Һөҙөмтәлә тыуған яғына ҡайтып төшкәс, Үрге Йәркәй район үҙәк дауаханаһына эшкә урынлаша. Ә быйыл иһә, күптәрҙе аптыратып, Балаҡатай районы үҙәк дауаханаһына эшкә күсә.
— Был төбәк халҡы мине ҡунаҡсыллығы, ябайлығы менән һоҡландыра. Таныш булмаған кешеләр ҙә һине яҡын күрә, күптән белгән дуҫтай аралаша, — ти Булат Миңлекәев. — Үкенмәйем, ҡайҙа ғына эшләһәм дә, һәр урында уртаҡ тел таба беләм, сирлеләрҙе наҙлы һүҙем, яҡты йөҙөм менән дә дауаларға тырышам.
Йәш табип көн һайын поликлиникала ауырыуҙарҙы ҡабул итергә лә, өйҙәренә барып ауыр сирлеләрҙең хәлен белергә лә, ашығыс саҡырыуҙарға йөрөргә лә өлгөрә. Һәр һуҡмаҡ, һәр йөҙ таныш, пациенттарының үҙ кешеһенә әүерелгән. Күптәре ауырығанда ғына түгел, былай ҙа янына килеп, серҙәре менән уртаҡлашып та китә. Уның эшләгән изгелеген онотмай, рәхмәт һүҙҙәрен йыш белдереп торалар.
– Халыҡ миңә ышана, аңлай, шунлыҡтан эшләүе лә рәхәт. Ошо һөнәрҙе һайлауыма тамсы ла үкенгәнем юҡ, – ти үҙ эшен бөтә күңелен биреп, яратып башҡарған аҡ халатлы белгес.
Уйлап ҡараһаң, табиптарҙың эше еңел түгел, ә терапевтарҙыҡы – айырыуса, сөнки ауырыу иң беренсе сиратта уға мөрәжәғәт итә. Тимәк, тәүге диагнозды ла ул ҡуя.
Булат Миңлекәевтең участкаһында бөгөн өс меңдән ашыу кеше медицина ярҙамы ала, бынан тыш, балалар менән дә эшләргә тура килә уға. Бөгөн йәш табип Балаҡатай район үҙәк дауаханаһы бүлгән ике бүлмәле фатирҙа йәшәй. “Киләсәктә йорт һалып инергә уйлайым, медицина өлкәһендә яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә иҫәп тотам”, — ти ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.