Бөтә яңылыҡтар
10
Сәләмәт булайыҡ
30 Июнь 2019, 13:16

Баймаҡта – “КардиоКвадра”

Баймаҡ районының “Талҡаҫ” шифаханаһында VI төбәк-ара “КардиоКвадра” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ районының “Талҡаҫ” шифаханаһында VI төбәк-ара “КардиоКвадра” ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Был эш "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты бурыстарына ярашлы атҡарылды.


Сарала Башҡортостан, Татарстан республикалары, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләренең билдәле кардиологтары ҡатнашты.


Конференцияла сығыш яһаусылар ҡан әйләнеше системаһының киҫкен мәсьәләләренә туҡталды, кардиология хеҙмәтен артабан үҫтереү һәм камиллаштырыу юлдарын барланы. Төрлө төбәктәрҙән килгән медицина белгестәре үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Республикала һуңғы биш йылда ҡан әйләнеше ауырыуҙарының 21 процентҡа кәмеүе билдәләп үтелде. Табиптар фекеренсә, ыңғай үҙгәрештәргә сирҙе ваҡытында иҫкәртеү, юғары технологиялар ҡулланыу, реабилитациялауға иртә мөрәжәғәт итеү булышлыҡ иткән.


Башҡортостанда “Ашығыс кардиолог”, “Кардиолог менән саф һауала йөрөү”, “Беренсе класс уҡыусыһына – кардиолог”, “Һаулыҡ көнө” тип аталған проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла.

Читайте нас: