Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Июль 2019, 04:02

Кешелек өсөн нимә хәүефле?

Берләшкән Милләттәр Ойош­маһының кешелектең йәшәү перспективалары тураһында сират­тағы доклады матбуғатта баҫыл­ды.

Фото techno.bigmir.net сайтынан.
Фото techno.bigmir.net сайтынан.
Берләшкән Милләттәр Ойош­маһының кешелектең йәшәү перспективалары тураһында сират­тағы доклады матбуғатта баҫыл­ды.


Рәсми телдә ул “Донъя хал­ҡының перспективалары-2019” тип атала. Беҙ күбеһенсә ке­шелеккә төҙәтә алмаҫлыҡ зыянды океанды бысратҡан пластик әйбәрҙәрҙән, климаттың ҡырҡа үҙгәреүенән, боҙлоҡтоң иреүенән, ҡалаларҙың бензин, зарарлы ҡалдыҡтарҙан бысраныуынан, Төньяҡ Кореялағы атом бомбаһы хәүефенән күрәбеҙ. Хатта итте күп ашауҙан, аҙыҡ-түлектең экологик яҡтан таҙа булмауынан да шикләнеп, уларҙы ла халыҡтың ғүмер оҙайлылығына хәүеф тыуҙырған факторҙар иҫәбенә индерәбеҙ.


Әммә кешелекте был сәбәптәр генә юҡҡа сығара алмай. Беҙ бөгөн алдынғы тип иҫәпләгән йүнәлеш­тәрҙең ошо үрҙә әйтелгәндәргә ҡарағанда ла йылдамыраҡ, “уңыш­лыраҡ” кешелекте һәләкәткә кил­терәсәген аңларға тейешбеҙ.
Быны аңлау өсөн беҙгә аныҡ һандар һәм факттар ярҙам итер. 1990 йылда тыуымдың дөйөм коэффициенты, йәғни бер ҡатын­дың ғүмер дауамында сабыйҙар­ҙы яҡты донъяға килтергән күрһәткесе, 3,2 тәшкил итте. Бы­йыл ул ни бары – 2,5. 2050 йыл­да, БМО иҫәпләүҙәре буйынса, был күрһәткестең 2,2-нән арт­маясағы күҙаллана. “Бер ҡатынға – 2,1 бала” тигән һанды иҫтә тотоу бик мөһим, сөнки планетала был күрһәткес аҙ ғына булһа ла тү­бәнәйә икән, кешелек һәләкәт юлына баҫты, үҙен бөтөрөүгә бара тигән һүҙ. Тәүҙәрәк был һан арифметик рәүештә үҫә барыр, әммә яйлап кешелектең үҙен үлемгә дусар итәсәге көн кеүек асыҡ. 2,1 күрһәткесенә ҡасан да булһа төшәсәкбеҙ, 2052, әллә 2060 йылдамы, уныһы әллә ни мөһим түгел, әммә ошо көнгә барып етәсәге­беҙгә шик юҡ. Әлбиттә, был “дауахана буйынса уртаса температура”. Был осраҡта ла Африканың ҡайһы бер илдәрендә тыуым ошо һандан юғарыраҡ булыр. Әммә башҡа илдәрҙә уның ныҡ кәмеүе ихтимал. Мәҫәлән, “халыҡтың тарихи артыуы” бер нисә йылдан Һиндостанда, Мексикала һәм Төркиәлә тамамланасаҡ. Алдағы ун йыллыҡта Сәғүд Ғәрәбстанында ла шул уҡ хәл күҙәтеләсәк.
Донъя илдәренең яртыһында (әйткәндәй, яҡшы, мул тормошта йәшәгән илдәрҙә) кәмеү процесы бара. Рәсәйҙә, Бразилияла, Ҡы­тайҙа, Иранда, Көньяҡ Кореяла, Японияла, бөтә Европала, АҠШ-та халыҡ һаны һиҙелерлек аҙая. Ни өсөн Ер шарында тормош яҡшыра барған һайын кеше иҫәбе кәмей һуң? Беренсенән, медицина контрацепцияһының үҫешеүе һөҙөмтәһендә ҡатындар бала тап­маҫҡа тырыша. Икенсенән, ҡатын-ҡыҙҙың белем кимәле күтәрелеүе, карьераға ынтылыуы кейәүгә сы­ғыуҙы тотҡарлай. Өсөн­сөнән, фән, технологиялар һәм иҡтисад өлкә­һендәге уңыштар һөҙөмтәһендә күп граждандарҙың ҡартлыҡта балалар ярҙамында түгел, ә пенсия һәм туплаған аҡса­һы иҫәбенә йәшәү мөмкинлеге тыуҙы.
Бер һүҙ менән әйткәндә, ХХ бы­уат һәм ХХI быуаттың башы һиҙелерлек дәрәжәлә кешене элекке бурыстарынан азат итте. Хәҙер ул аҡса туплау урынына кредит ала, бала-саға үҫтерәһе урынға сәйәхәттәрҙә йөрөүҙе хуп күрә. Йәшәү рәүешенең үҙгәреүе кешелек донъяһын тамырынан үҙгәртә. Шуныһы ҡотолғоһоҙ: халыҡ ҡартая. Йылдар уҙған һайын донъяла пенсионерҙар артасаҡ ҡына, шуның артынса ярҙамға, тәрбиәгә һәм аҡсаға мохтаждар күбәйәсәк.
Шулай итеп, иҡтисад струк­тураһы бөтә илдәрҙә лә үҙгәрәсәк, балалар баҡсаһындағы тәрбиәсе­ләр урынына ҡарт-ҡороно тәрбиә­ләүселәргә һорау артасаҡ.
Читайте нас: