Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
9 Июль 2019, 13:17

Һаҡ булығыҙ: һирәк осраған, әммә ҡурҡыныс сир

Ғәҙәттә, ул йәй көнө йоға.

Фото Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Фото Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Был хәүефле ауырыуҙы былтыр ике балала тапҡайнылар, күптән түгел республикала 14 йәшлек тағы берәүҙең зарарланыуы асыҡланды. Ғәҙәттә, ул сир йәй көнө йоға икән.
Һүҙ энтеровирус менингиты тураһында бара. Был сир мәлендә биҙгәк тотоу, ныҡ итеп баш ауыртыу, ҡоҫоу күҙәтелә. Баш мейеһендәге сир сығанағын табыу өсөн дауаханала магнит-резонанс һәм компьютер томографияһы үткәрәләр.
Ошо ауырыуҙан һаҡланыу өсөн табиптар ҡайнатылған йәки таҙартылған һыу ғына эсергә, йәшелсә-емеште йыуып ашарға, баланың иммунитетын нығытырға кәңәш итә.
Читайте нас: