Иң шым, бошмаҫ, өнһөҙ-телһеҙ тип иҫәпләргә өйрәнгәнбеҙ беҙ был органды. Әммә һәр нәмәнең сиге бар. Бер көн килеп, ҡурҡыныс диагноз ҡуя ҡалһалар, һәр кем башын тотоп, сирҙең һиҙҙермәй генә ялмағанына аптырар, бығаса иғтибар итмәгәненә үкенер.
Сирҙең ошо ябай ғына билдәләренә иғтибар итһәгеҙ ҙә, бәләнән ҡотолоп ҡала алырһығыҙ, тип иҫәпләй табиптар. Беренсенән, медицинала астеновегетатив синдром тигән күренеш бар. Уның билдәләре һалҡын тейгәндәге кеүек: хәл юҡ, ҡыл да ҡыбырҙатҡы килмәй, тән температураһы күтәрелә. Кеше ҡуҙғыусанға әүерелә, йыш ҡына башы ауырта.
Икенсенән, әгәр ҙә аппетитығыҙ юғалһа, ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолһа, эсегеҙ ташһа һәм уң яғында ауырлыҡ тойолһа, борсола, сәләмәтлек өсөн көрәш башларға ваҡыт. Өсөнсөнән, тән тиреһенә иғтибарлы булығыҙ. Әгәр ҙә ул һарғылт төҫкә инһә, өҫтәүенә ҡысындырһа, кисекмәҫтән табипҡа күренергә, анализдар бирергә кәрәк.
Танауҙан ҡан китеүе, сәбәпһеҙ ябығыу, аяҡтарҙың шешенеүе, тәндә күгәргән урындар барлыҡҡа килеүе мотлаҡ белгескә күренеүҙе талап итә.