Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Июль 2019, 23:51

Һиңә лә, миңә лә кәрәге тейеүе бар

Краснодар крайының баш кардиологы барыбыҙ өсөн дә файҙалы кәңәш бирә.

Фото: zen.yandex.ru
Фото: zen.yandex.ru
Краснодар крайының баш кардиологы барыбыҙ өсөн дә файҙалы кәңәш бирә.
“Әгәр ҙә күкрәк ситлегендә һәм яурын тирәһендә ҡыҫҡан, уңайһыҙлаған, ауыртҡан билдәләр һиҙелһә, шулай уҡ һул ҡалаҡ һөйәге, муйындың һул өлөшө, яңаҡтың аҫҡы яғында яндырып ауыртҡан төҫлө тойолһа, өҫтәүенә тын ҡыҫылһа, һауа етешмәһә, һыуыҡ тир бәреп сыҡһа йә күңел уйнаһа, “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратығыҙ.
Кинәт кенә хәлһеҙләнгән, тыны ҡыҫылған ауырыуҙы тигеҙ ергә һалығыҙ, аяҡтарын күтәреберәк ҡуйығыҙ, һыу бирегеҙ. Бындай хәлдә башҡаса нитроглицерин бирмәгеҙ. Йөрәк-ҡан тамырҙары һәләкәтен иҫкәртеү мөмкин. Әгәр ҙә һеҙгә 40 йәштәр тирәһе икән, даими рәүештә ҡандағы шәкәр һәм холестерин кимәлен тикшертегеҙ, ЭКГ, УЗИ үтегеҙ, ҡан һәм бәүел анализын бирегеҙ. Холестерин артҡанда, уны табип ярҙамында түбәнәйтеү сараһын күрегеҙ.
Сәләмәт йәшәү рәүеше мөһим, дөрөҫ туҡланығыҙ. Һеҙгә яҡшы, белемле табиптың кәңәштәре дауаланыуҙың 15-20 процентын гарантиялаясаҡ”, – ти ул.
Читайте нас: