Йәй. Баҡсала емеш-еләк, йәшелсә өлгөрә. Уларҙың һәр береһе тиерлек тәбиғи витаминдар хазинаһы. Мәҫәлән, йәшел һуған.
Тәү ҡарауға әллә ни әһәмиәтле күренмәһә лә, ғәжәп файҙалы. Ул 93 процент һыуҙан тора, ҡалған ете проценты – кеше организмы өсөн кәрәкле витаминдар һәм минералдар. Унда А, С, Е, В 1, В 2, В 3 витаминдары, калий, натрий, селен, тимер, цинк, магний, фосфор, кальций күп.
Йәшел һуған организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, һалҡын тейгәндә ярҙам итә, холестеринды кәметә, ҡан тамырҙарын нығыта, теш һәм ҡаҙналыҡҡа файҙаһы ҙур. Ауыҙҙағы зарарлы микроорганизмдарҙы кәметә, ҡаҙналыҡта ялҡынһыныуҙы һәм бактериаль стоматитты дауалай.
Рационда даими булғанда, ир-егеттәр организмы өсөн дә файҙалы. Йәшел һуғанда цинк күп, шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив системаһына ыңғай йоғонто яһай. Сәс, тырнаҡ, тире торошон да яҡшырта.
Фолий кислотаһына бай булыу сәбәпле, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға ла шифалы. Хроник гастрит, ашҡаҙан, ун икеле эсәк йәрәхәте, ҡурылдай быумаһы, гипертония, аллергия, үпкә ауырыуҙары киҫкенләшкәндә йәшел һуған ашарға кәңәш ителмәй.