Башҡортостан кешеләре диспансерлаштырыуҙы хәҙер берҙәм көндәрҙә үтә аласаҡ. Был маҡсатта табиптар пациенттарҙы шаршамбы иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем һәм шәмбе 8-ҙән 15 сәғәткә тиклем ҡарай аласаҡ.
Был турала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдерҙе.
Шулай уҡ табипҡа тиклем ҡабул итеү, ашығыс медицина ярҙамы кабинеттары билдәләнгән, сәләмәт бала көнө һәм медицина иҫкәртеүе блогы булдырылған. Быйыл 764740 кешене тикшереү планлаштырыла.
Беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса, тәүге тапҡыр асыҡланған 28817 осраҡ теркәлгән. Улар араһында беренсе урында эндокрин системаһы сирҙәре (25,5 процент), икенсе урында – ҡан әйләнеше (24,7 процент) һәм өсөнсө урында бәүел-енес сирҙәре (9 процент) килә.
Социаль әһәмиәтле сирҙәр араһында ҡан әйләнеше сирҙәре 4811 кешелә, шәкәр диабеты – 690, яман шеш – 137, туберкулез биш кешелә тәүгә табылған. Диспансерлаштырыуҙың икенсе этабына 89808 кеше йүнәлтелгән. Уларҙың 78105-е тикшереүҙе үткән.