Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Июль 2019, 18:30

Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә...

Ҡатын-ҡыҙ һаулығы гәлсәрҙәй.

Ҡатын-ҡыҙ һаулығы гәлсәрҙәй.


Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, уны нисек һаҡларға, нисек һомғол буйлы, гүзәл булып ҡалырға? Ошо хаҡта Учалы үҙәк дауаханаһы баш табибының халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе буйынса урынбаҫары, акушер-гинеколог, Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе отличнигы Жанна БАЛЯСОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Жанна Александровна, ҡатын-ҡыҙ һаулығы һағында оҙаҡ йылдар эшләгән табип булараҡ, гүзәл затҡа сәләмәт һәм гүзәл булып ҡалыу өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

– Был турала һәр табип ҡабатлай – һәр кемгә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға тәү сиратта даими медицина күҙәтеүен үтеү мот­лаҡ. Гинеколог һәм терапевт тикшереү­ҙәре һаулыҡтағы проблемаларҙы асыҡ­лап, сирҙе башланған ваҡытында уҡ бөтөрөргә ярҙам итә.


Аналыҡ муйынтығынан анализ билдә­ләү, маммография йәки күкрәктәргә УЗИ үткәреү – бик мөһим процедуралар. Анализдар аша яман шеш башланғыс стадия­һында асыҡлана икән, ауырыуҙы еңел генә дауалап була. Даими рәүештә һәр ҡатын-ҡыҙ үҙе лә күкрәктәрен ҡапшап-ҡа­рап торһа, ундағы үҙгәрештәрҙе абайлай ала.


– Сер түгел, күбебеҙ ауырыу аяҡтан йыҡҡас ҡына табиптарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Ә бит ябай ғына күрһәткестәр аша ла организмға сир янауын билдәләп була...

– Эйе, сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем үҙенең күрһәткестәрен белергә тейеш. Мәҫәлән, хәҙер һәр йортта тиерлек ҡан баҫымын билдәләүсе прибор бар, булмаһа дарыуханаларҙа ла бушлай үлсәргә була. Идеаль артериаль баҫым 115-кә 75 һанала. Тыныс хәлдә йөрәк минутына 70 тапҡырҙан күп һуҡмаҫҡа тейеш. Тамыр тибешен иртән, тыныс хәлдә билдәләгеҙ. 10 секунд эсендә йөрәгегеҙ нисә тапҡыр тибеүен һанағыҙ ҙа ошо һанды алтыға ҡабатлағыҙ. Һөҙөмтә 60 – 80 булырға тейеш, унан аҙыраҡ икән – был тағы ла яҡшыраҡ.


Ҡанда шәкәр кимәлен дә даими үлсәп тороу кәңәш ителә. Ас ҡарынға бармаҡтан алынған ҡанда шәкәр – 5,5 ммоль/л, ә венанан 6,1 ммоль/л тәшкил итергә тейеш. Холестерин кимәлен дә 20 йәштән алып биш йыл һайын контролдә тоторға кәңәш ителә.


Бил һәм янбаш үлсәмдәре аша ла йөрәк ауырыуҙарына бирешеүсәнлекте асыҡлап була. Бил әйләнәһен янбаш­тыҡына бүлегеҙ. Нисбәт 0,8-ҙән артһа, һеҙгә йөрәк ауырыуҙары янауы ихтимал.


Кендек кимәлендә ҡорһаҡ әйләнәһен үлсәгеҙ. Күрһәткес һеҙҙең буй үлсәме­геҙҙең яртыһынан аҙыраҡ тәшкил итергә тейеш. Мәҫәлән, буйығыҙ 160 сантиметр икән, биле­геҙ 80 сантиметрҙан ашмаһын. Артыҡ килограм­дарҙы ташлау йөрәк ауырыу­ҙарын, диабетты иҫкәртеп кенә ҡалмай, кешегә үҙ-үҙенә ышаныс өҫтәй.


– Һәр ҡатын-ҡыҙ һомғол буйлы булырға хыяллана. Дөрөҫ туҡланыу буйынса нимәләр әйтерһегеҙ...

– Тикшереүҙәр шуны раҫлай: иртән ашамаған кеше артыҡ килограмдарҙы тиҙ йыя. Ҡатын-ҡыҙға иртәнсәк йөҙөм, сәтләүектәр менән һоло бутҡаһы тәҡдим итер инем, етен майын ҡулланығыҙ. Кискә табан кеше арый һәм ниндәйҙер шәрбәт нәмә ашағыһы килә башлай. Күҙәнәкле матдәләргә бай аҙыҡ асығыу тойғоһон баҫа. Көн һайын бер нисә сәтләүек ашағыҙ, уларҙың составында мейе эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаусы омега-3 матдәләре бар.


Сағыу төҫлө аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар тыштан ғына ялтырамай, ә файҙалы ла. Бындай аҙыҡ тәндә зарарлы ирекле радикалдарҙы бәйләүсе флавоноид һәм каротин кеүек химик элементтарға бай, улар иһә елһенеүҙе иҫкәртә. Көнөнә 5-9 ус йәшелсә-емеш ашарға тырышығыҙ, был осраҡта башҡа ризыҡтар ҙа зыян килтермәҫ.


– Күп ҡатын-ҡыҙ ябығам тип күпмелер ваҡытҡа бөтөнләй ашауҙан баш тарта. Был дөрөҫмө?

– Юҡ, әлбиттә. Ашауҙан баш тарт­мағыҙ, ә тәүлек нормаһын 100 калорияға булһа ла кәметергә тырышығыҙ. Был бөтөнләй беленмәйәсәк, әммә йылына 5 килограмға тиклем ябыға аласаҡһығыҙ. Тикшереүҙәр, ҡулланған аҙыҡты кәметеү ғүмерҙе оҙайта, тип тә иҫбатлай.


Күберәк һыу эсегеҙ. Һыуҙың организмға файҙаһы һанап бөткөһөҙ ҙур. Көнөнә сәләмәт кешегә 2-2,5 литр һыу эсеү кәңәш ителә. Ҡатын-ҡыҙҙарға ошондай ябай ғына формуланы ла файҙаланырға була: 31 һанын тән ауырлығына ҡабатлағыҙ. Мәҫәлән, 60 килограмм тартаһығыҙ икән, һеҙгә көн һайын кәмендә 1860 мл һыу эсергә кәрәк.


Йәшел сәйҙең дә файҙаһы ҙур. Уның составындағы полифенолдар йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә, яман шеш ауырыуҙарына ҡаршы көрәшә. Галлат эпигаллокатехин тигән химик матдәнең бигерәк тә шифаһы ҙур. Ҡара сәйҙә бындай матдәләр юҡ. Йәшел сәйҙә кофеин да әҙерәк.


Һарымһаҡ, һуғанды сей килеш ашағыҙ, бешкән килеш уларҙың инфекцияларға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлеге юғала.

Көртмәле, ер еләге, ҡурай еләге – ҡеүәтле антиоксиданттар. Көртмәле составындағы ресвератрол тигән матдә йөрәк, яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртә.


Шулай ҙа белгестәр бөтә йәшелсә, емеш-еләк араһынан һаулыҡҡа файҙаһы буйынса тәүге урынды помидорға бирә. Уның составында яман шеш күҙәнәктәренә ҡаршы көрәшеүсе тәбиғи пигмент – ликопин бар. Томаттар шулай уҡ С витаминдарына ла бай. Помидор бешерелгән, ҡыҙҙырылған килеш тә үҙенсәлеген юғалтмай.


Алма менән томат ҡурылдай быумаһы, үпкә ауырыуҙарын да иҫкәртә, уларҙа яҡшы антиоксидант – кверцетин бар. Аҙнаһына кәмендә биш алма һәм өс-дүрт помидор ашауҙы ғәҙәт итеп алығыҙ.


– Ығы-зығылы, тотороҡһоҙ заманда йәшәйбеҙ. Йорт мәшәҡәттәре, бала ба­ғыу һәм башҡа мәсьәләләр башлыса ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Бөтә ауырыу­ҙар ҙа нервынан тигән әйтем бар. Гүзәл затҡа стресҡа бирешмәҫкә, тыныс булып ҡалыр өсөн ниҙәр кәңәш итер инегеҙ?

– Иң яҡшы дауа – йоҡо. Тыныс йоҡо ғүмерҙе оҙонайта, стресты кәметә, хәтерҙе яҡшырта. Кеше тәүлегенә 7-8 сәғәттән аҙыраҡ йоҡлай икән, организмында грелин тип аталған гормондар күбәйә, улар ҡан тамырҙарында төйөндәр барлыҡҡа кил­тереүгә әүәҫ һәм аппетитты күтәрә. Был һимереүгә булышлыҡ итә.


Дөрөҫ һулыш алыу ҙа бик мөһим. Тәрән итеп танау аша тын алығыҙ – был алым нервы системаһын тынысландыра һәм организмға стресс гормондарынан арынырға ярҙам итә. Эш өҫтәлегеҙгә, телефонығыҙға, компьютерығыҙға “Тын ал” тип яҙылған ҡағыҙ беркетеп ҡуйығыҙ. Был дөрөҫ тын алышығыҙҙы контролдә тоторға ярҙам итер.


Көнөнә ярты сәғәт кенә булһа ла физкультураға ваҡыт бүлеү йөрәк сире менән ауырыу ихтималлығын кәметә. Әгәр спорт менән шөғөлләнгәндә тирләйһегеҙ икән, бик яҡшы – кәйефегеҙ күтәрелер, ҡан баҫымы рәтләнер. Үҙегеҙгә оҡшаған күнекмәләрҙе генә эшләргә тырышығыҙ – шул саҡта физкультура күңел дауаһына ла әйләнер.


Бейегеҙ! Ҡатмарлы хәрәкәтле бейеүҙәр мейе эшмәкәрлегенә лә яҡшы тәьҫир итә. Ҡәҙимге эштәрҙе башҡа юл менән башҡарырға ынтылығыҙ, мәҫәлән, эшкә барғанда яңы маршрут буйлап йөрөгөҙ, уң ҡул менән эшләгәнде һул ҡул менән башҡарығыҙ – мейегеҙ һәр саҡ “тере” булһын.


Хәҙер күптәр йога менән шөғөлләнә башланы. Йога стресты бөтөрә, йөрәк тибешен, ҡан баҫымын яйға һалырға, һығылмалылыҡты арттырырға булышлыҡ итә.


Эмоцияларығыҙҙы тыймағыҙ! Рәхәтлә­неп көлөргә лә, илап алырға ла тартын­мағыҙ. Япония ғалимдары фекеренсә, көлөү иммунитетты арттыра һәм аллергияны кәметә. Күберәк аралашығыҙ, үҙ-үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ, проблемаларығыҙ, уңыштарығыҙ менән дә дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ менән бүлешегеҙ.


– Ҡатын-ҡыҙ һаулығы – гәлсәрҙәй, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡәҙерләп кенә һаҡлау урынына тәмәке, алкоголь менән ағыулаусылар ҙа арабыҙҙа бихисап...

– Бөгөн ҡатын-ҡыҙ араһында коктейль, һыра, “джин-тоник” кеүек эсемлектәр бик популяр: йәнәһе, улар еңел генә эселә, “зарарһыҙ” тип иҫәпләнә. Әммә был – ҙур хата! Даими һыра һемереү, араҡы эсеү алкоголгә күнегеүгә килтерә! Спиртлы эсемлеккә психик һәм физик бәйлелек барлыҡҡа килә, эскелек зәле сағыуыраҡ була бара. Ҡатын-ҡыҙ алкоголизм сиренә бик тиҙ – бер йылдан өс йылғаса ваҡыт арауығында дусар була (ирҙәрҙә был осор ун йылға тиклем һуҙылыуы ихтимал).


“Алкоголь һаулыҡ өсөн файҙалы” тигән хата фекер йәшәй. Спиртлы эсемлек­тәрҙең “хәүефһеҙ миҡдары” юҡ. Кешеләрҙең организмы төрлө: кемдер бер рюмканан иҫерә, бәғзе берәү унауҙы эсһә лә аяғында баҫып тора.

Шуны күҙ алдында тотоғоҙ: эскесе ҡатындың йөҙө ҡыҙарып, шешмәкләнеп тора, тиреһе һарғая, күкһел тимгелдәр барлыҡҡа килә, күҙҙәре хәүефле ялтырай, сәстәре майланып, уҡмашып тора, оҙаҡ ваҡыт эскәндәрҙең тире аҫтындағы күҙәнәкле майлы туҡымаһы юҡҡа сыға, тән мускулдары үҫешә, буй-һын ҡатын-ҡыҙҙарға хас һомғоллоғон юғалта, тештәре ҡарая, сәстәре ҡойола.


Хәҙерге заманда, тәмәке тартыу – ке­шеләрҙең инвалидлыҡҡа, ваҡытһыҙ үлем­гә килтергән сәбәптәрҙең береһе. Ҡатын-ҡыҙҙың тәмәке тартыуы бигерәк тә ҙур хә­үеф тыуҙыра: тәмәке төтөнө тын юлда­ры­ның, тамаҡ төбөнөң, йотҡолоҡтоң, бо­ғар­лаҡ, ҡурылдайҙың, үпкәнең лайлалы тире­сә­һенең шешеүенә килтерә. Ҡурыл­дай быу­маһы, үрге тын юлдарының хроник брон­хиты, яман шеш ауырыуҙарының бар­лыҡҡа килеүе – ул тәмәке тартҡан ҡа­тын-ҡыҙ яҙмышы. Тәмәке төтөнөндәге никотин һәм башҡа ағыулы матдәләр аш һеңдереү, ашҡаҙан-эсәк ағзаларын да зарарлай.


Тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙҙың бала табыу функцияһы боҙола һәм үле бала тыуҙырыу хәүефе биш тапҡырға арта. Тышҡы ҡиәфәте лә үҙгәрә – бит тиреһе һарғайып, бик иртә ҡартая. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был үҙгәрештәрҙе туҡтатып булмай.


Беҙҙе юҡҡа ғына гүзәл зат тип йөрөтмәйҙәр, ҡатын-ҡыҙ – ғаилә тотҡаһы ул, ә һәр ғаилә – үҙе бер бәләкәй дәүләт. Күңелебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә сәләмәт булһын өсөн тырышайыҡ, шул саҡта исемебеҙ есемебеҙгә тап килер.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.


Автор фотолары

Читайте нас: