Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Июль 2019, 02:58

Күпме йәшәреңде нисек белергә була?

Ғүмер оҙонлоғон күптәр йөрәктең һау булыуына бәйләй. Улай түгел икән шул.

pinterest.ru
pinterest.ru
Ғүмер оҙонлоғон күптәр йөрәктең һау булыуына бәйләй. Улай түгел икән шул.
Белгестәр кешенең дөйөм сәләмәтлеге беҙҙең эсәктәрҙәге микроорганизмдарҙан тора, күп осраҡта тап улар йәшәү оҙайлығын билдәләй тип белдерә. Уларҙағы микрофлора боҙолмаҫҡа, йәғни зыянлы микроорганизмдар файҙалыларынан артып китмәҫкә тейеш. Юғиһә дөрөҫ эшләмәгән эсәктәр метаболик синдромға килтерергә мөмкин. Ә был иһә – юғары ҡан баҫымына, шәкәр диабетына, һимеҙлеккә һәм тромбтар барлыҡҡа килеүенә тура юл.
Иммун системаһының 70 проценты тирәһе көс-ҡеүәте тап эсәктәр торошона бәйле. Төрлө ауырыуҙар менән көрәшкән иммунитет күҙәнәктәре шунда йәшәй. Ундағы микробтар мөхитенең насарайыуы, бының һөҙөмтәһендә серотонин кимәленең түбәнәйеүе төрлө аллергия сирҙәренә, баш ауыртыуына, йоҡоһоҙлоҡҡа, күңел төшөнкөлөгөнә, эшкә һәләтлелектең юғалыуына килтереүе ихтимал. Ә организмдағы серотониндың 80 проценты һау эсәктәрҙә барлыҡҡа килә.
Тимәк, һау эсәктәр – сәләмәт һәм оҙайлы ғүмер юлы ул.
Читайте нас: