Сәләмәтлек бирә торған ризыҡ.
Ер йөҙөндә һәр кеше – уникаль зат. Шуға инанам: бер генә әҙәм дә юлыбыҙға юҡҡа сыҡмай. Һәр ҡайһыһын Аллаһ Тәғәлә йә аҡыл бирер, йә ғибрәт алыр, йә һынар өсөн ебәрә тип уйлайым. Был хәҡиҡәтте аңлар, һығымта яһар өсөн аҡыл кимәле, тормош тәжрибәһе, алған тәрбиә лә әһәмиәткә эйә. Кемдеңдер кәмәһенә ултырып, шуның йырын йырлайһыңмы, әллә үҙең ишкәксе булып ҡаршы тулҡынды йыраһыңмы – шул мөһим.
...Нилүфәр исемле үзбәк ҡатыны менән танышып киттек. Ул ипле, йор һүҙле, Ҡөрьәнде һәйбәт белеүе менән йәлеп итте мине. Иптәше Эргаш – төҙөүсе, беҙҙең ҡасабала ваҡытлыса йәшәйҙәр.
Бер йәйҙә уның Бабурмырҙа исемле 11 йәшлек улы ла Үзбәкстандан йәйгелеккә килде. Ғаиләне ҡунаҡҡа саҡырҙым. Урамға сыҡҡас, малай туп уйнай башланы. Шуға иғтибар иттем: әҙерәк йөрөй ҙә, кеҫәһенән сығарып ниндәйҙер аҡ сәтләүек һымаҡ кәнфитте кимереп ала. Мин әсәйем Үзбәкстанға барғанда алып ҡайта торған аҡ кәнфит икән тип торам. “Бигерәк тәмле кәнфит ине”, – тип өндәшкәс, Нилүфәр: “Юҡ, кәнфит түгел, ҡорот ул”, – тип яуапланы.
Ҡыҙыҡһынып һораша торғас, шуны аңланым: нәҡ беҙҙә яһала торған ҡорот, тик формаһы икенсерәк. Ҡабып ҡарағас, беҙҙекенән аҙ ғына тоҙлораҡ күренде.
Нилүфәр ошоларҙы һөйләне: “Үзбәкстанда ҡорот киң ҡулланыла. Беҙҙә уны бәләкәй итеп әүәләп киптерәләр. Оҙаҡ һаҡлана, юлға ла алып сығабыҙ. Урамға уйнарға, эшләргә сыҡһа ла, балаларҙың кеҫәһенә һалып сығарабыҙ.
Бәләкәйҙән шулай өйрәтәбеҙ. Ашағыһы йә һыу эскеһе килһә, шуны кимереп алалар. Беҙҙә урамда кәнфит, печенье тәмләп йөрөү ғәҙәте юҡ тиерлек, табында ғына ашайҙар. Улар бит теште лә боҙа, баланың аппетитын да бөтөрә. Ә ҡорот улай түгел. Уны һыйыр, дөйә, кәзә, бейә һөтөнән дә яһайҙар. Башта ҡатыҡ итеп ойоталар, әсетәләр, ҡайнаталар. Ҡоротта кальций күп, һөйәктәргә файҙалы, тештәрҙе таҙартып тора, һыуһынды баҫа, ашҡаҙанды эшләтә. Ҡыҙыуҙа унан айран яһап эсәбеҙ. Һыуығыраҡ ваҡытта ҡайнар һыуға һалып ебетәбеҙ, укроп, борос һалып эсәбеҙ. Һыуыҡ тейеүҙән файҙалы. Иммунитетты күтәрә. Һурпаға ла һалып ашайбыҙ”, – тине ул. Ошо һүҙҙәренән һуң Бабурмырҙаға ҡараным. Ысынлап та, тештәре ап-аҡ, һомғол буйлы, ҡуйы сәсле, төп-төҙ арҡалы малай. Печенье-кәнфитте күп ашап үҫкән бала бындай булмаҫ шул, тип уйланым.
Был һөйләшеү мине һиҫкәндереп ебәрҙе. Аллаһ Тәғәләгә уның өсөн рәхмәт әйттем: тәнемде лә, йәнемде лә сәләмәт итеп үҫтерергә ярҙам иткән ҡоротто онота башлағанмын икән. Йәшәп ятҡан төбәктә ҡорот бөтөнләй яһамайҙар, бер табында ла өҫтәлгә ҡуйғандарын күргәнем булманы. Һурпаға ҡушып ашарға һәр ваҡыт ҡатыҡ бирәләр. Ул ҡайһы берҙә ҡыҙыл була: сөгөлдөр турап яһайҙар. Ҡатыҡ та, әлбиттә, файҙалы, әммә ул үтә әсеп бөтмәгән, ҡаҙан янында баҫып тороп, сәғәттәр буйы һапырылмаған (беҙҙең яҡта ҡатыҡ ҡайнап сыҡҡансы болғатып тороуҙы шулай тиҙәр), таҫтамалдан тегелгән тоҡҡа һалып һарҡытылмаған, устан-усҡа күсереп әүәләнмәгән...
Шулай итеп, ҡороттоң ниндәй файҙалы көскә эйә икәнлеген Аллаһ Тәғәлә йылдар аша миңә Хорезмдан килгән үзбәк ҡатынынан яңынан ишеттерҙе. Ниндәй файҙалы ризыҡ араһында үҫкәнмен, тик уны ғүмер буйы ҡулланырға кәрәк икәнлеген баштан сығарғанмын.
Ауылға ҡайтҡас, Наил ҡустымдың ҡатыны Гөлйемеш килен күстәнәскә гел ҡорот, һары май бирергә тырыша. Мин аҙ ғына алам: “Ошо етә, ашаусы бик юҡ”. Һуңғы ҡайтҡанда иһә күпме бирһә, шунса алдым. Ҡыш буйы ҡайнар һыуға йәшел һуған, укроп, ҡыҙыл борос та һалып ашаныҡ. Ашыҡҡанда ла бик яйлы. Туҡлыҡлы, хатта аш һурпаһы урынына ла бара. Ә тәме! Магазиндарҙың бөтәһен йөрөп сыҡһаң да, таба алмайһың ул тәмде.
Ашаған ризыҡтарҙың файҙаһын әсәйем мәрхүмә өйрәткәнсә тикшерәм. Тыуған яғым – Ейәнсура районының Биштирәк ауылында – ике урам. Уларҙы ҡәҙимге генә бейек тау бүлеп тора. Уртансы ағайым шул тау аша, икенсе урамда йәшәй ине. Әсәй ҡайһы берҙә Зөфәр ағайымдарға тау аша төшә. Мин “Ни өсөн тигеҙ урамдан бармайһың?” тиһәм, әсәй: “Йөрәгемде тикшерәм. Тауға менгәндә тыным ҡыҫылһа, тимәк, йөрәк көсһөҙләнә башлаған. Ашауҙы дөрөҫ ойоштороп, уны нығытырға кәрәк. Ә тыным ҡыҫылмаһа, әлегә яҡшы. Йөрәк тауға менгән һайын нығына, үргә менергә йыбанма”, – тиер ине.
Был һүҙҙәрҙе иҫтән сығармаҫҡа тырышам. Ваҡыт-ваҡыт тауға менеп, йөрәкте тикшереп торам. Йөрәккә хәл биреп торған ризыҡтар араһында Гөлйемеш килен биреп ебәргән ҡороттоң да урыны бар, тип уйлайым.
Беҙҙең яҡта ҡоротто элек-электән яһағандар. Хәтеремдә, кәртәбеҙҙә ваҡыт-ваҡыт тоҡта ҡорот һарҡып торор ине. Уның әскелтем тәме янынан үтеп киткәндә танауҙы ҡытыҡлай, хатта ауыҙҙа һиҙелә. Мин ҡайһы берҙә башты эйеп, ағып торған эркетен тәмләп китә инем.
Тик әлеге ваҡытта был ризыҡтың файҙалы яҡтарын онотоп барабыҙ һымаҡ. Мәҫәлән, беҙҙә балалар уны кәнфит урынына ашамай бит! Бәлки, уны улай эре итеп әүәләп киптермәҫкәлер? Бүҙәнәнеке кеүек ваҡ йомортҡа хәтле генә итеп эшләргә лә балаларҙың кеҫәһенә уйнағанда ла, эшләгәндә лә кимереп йөрөрлөк итеп һалып сығарырға. Ҡапҡан һайын организмға кальций инә, теш таҙартыла, эстәге паразиттар үлә, тигән һүҙ. Аппетиты яҡшырып, ашағыһы килеп инәсәк. Ә йәй айран яһаһаң, тағы ла һәйбәт. Улай эсеүселәр ҙә барҙыр.
Айран тигәндән, бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә тап булдым. Ошо эсемлеккә Ҡарасәй-Черкес Республикаһында ҡала төҙөлгән саҡта уҡ монумент ҡуйғандарын белеп, хайран ҡалдым. Бөгөн дә һәйкәл ҡалаға ингән кешеләрҙе ҡаршы ала. Уны реставрация яһап, тағы ла матурайтҡандар. Монументта тау ҡыҙы ике ҡулына айран тулы кәсә тотоп баҫып тора. Эйе, милләткә сәләмәтлек биргән, уны көслө, ҡеүәтле иткән ризыҡ маҡтауға лайыҡ, тип иҫәпләй ошо ерҙә йәшәгән халыҡ.
Ул яҡтарҙа элек-электән үк айранға ҡарата оло хөрмәт булған. Хатта йылан саҡҡанда уның ағыуын да еңә, тип инана урындағы халыҡ. Һәр килгән ҡунаҡты ла, үҙҙәрен дә иң файҙалы, иң ҡәҙерле эсемлек тип һыйлайҙар икән. Үтеп барған таныш булмаған кешегә лә айран эсереп ебәреү – элек-электән килгән күркәм йола. Әммә айран яһау серҙәре, ысулы ла ул яҡтарҙа үҙенсәлекле, бүтән төрлө. Ғөмүмән, һәр халыҡтың үҙ ризығы.
Беҙҙә лә йә ҡымыҙға, йә айранға һәйкәл, әлбиттә, ҡамасауламаҫ ине. Ул бит халыҡтың нимәгә күңел һалғанын да күрһәтә. Килгән ҡунаҡтарға иң тәүҙә араҡы түгел, ә ҡымыҙ, айран ҡойоп бирһәк, ҡайһылай шәп булыр ине. Баш та, ашҡаҙан да эшләп китә, күпме файҙалы матдә-витаминдар, минералдар организмға эләгә, һыуһын ҡана!
Фәнни йәһәттән ҡороттоң файҙалы һәм зыянлы яҡтарын теләгән кеше үҙе интернетҡа инеп уҡый ала. Беҙҙең яҡта был ризыҡты бик оҫта, тәмле итеп яһайҙар. Эш рәтен белмәгән кешеләр, бәлки, ҡыҙыҡһыныр тип, ҡоротто еренә еткереп, тәмле итеп әҙерләгән Гөлйемеш килендән һораштым да яҙырға булдым.
Шулай итеп, сепараттан сыҡҡан-сыҡмаған һөттө ҡайнатып сығарырға кәрәк. Йылымыс ҡына булып һыуынғас, ҡатыҡ ойотҡоһо һалырға. Ҡайһы саҡта һөт үҙе лә күпереп әсеп сыҡҡансы торорға мөмкин. Кем теләй, һөткә сейә йә ҡарағат ботағын япраҡтары менән һала, тик ҡайнатыр алдынан алырға кәрәк. Улар үҙенә күрә бер тәм бирә.
Шулай итеп, һөт ныҡ әсегәнсе ойотаһың, хатта аҡһымы һыуынан айырылып төпкә төшһә, тағы ла яҡшыраҡ. Шунан ҡаҙанда ныҡ шәп утта ҡайнатаһың, бер туҡтауһыҙ һапыра (болғата) башлайһың. Самалап тоҙ һалаһың. Һалмаһаң, ташып түгелә. Ҡайнап сыҡҡас, икенсе һауытҡа бушатаһың. Унда һыуынырға тейеш. Шунан йә киндер туҡыманан, йә күҙлекәй таҫтамалдан тегелгән тоҡҡа һалып, бәйләп, һарҡытырға аҫып ҡуяһың. Уның һарҡып ағып төшкән һыуы “эркет” тип аталғанын беләһегеҙ. Уны беҙ йәш саҡта сәс, бит йыуырға ҡуллана инек. Еңгәйем: “Хәҙер ҙә дауалау көсөн белгәндәр бөйөр таштарын иретә тип эсә”, – ти. Хатта тәнен йыуыусылар ҙа бар икән. Сәстең хәлен яҡшыртҡанын иһә барыһы ла белә. Бит тиреһе лә йомшарып китә.
Шулай итеп, ҡорот – ғәжәйеп файҙалы аҙыҡ. Кибеттәге порошоктан яһалған һөт ризығы түгел инде... Уның файҙаһын белгән хәлдә, ауылдарға әллә ҡайҙан, әллә кемдәр килеп һатып алыр ине сәләмәтлек бирә торған ҡоротто...