“Росконтроль” ведомствоһының эксперт үҙәге теш пастаһының сифатын тикшергән. Экспертизала уларҙың ете төрө – “Новый жемчуг”, “Пародонтол”, Вiomed, Splat Professional, Blena-a-med, President һәм “Лесной бальзам” ҡатнашҡан.
Эксперттар уларҙы 70 параметр буйынса тикшереп, составындағы ярашлылыҡты, үҫемлек майҙары өлөшөн, бактерия, үңәҙ һәм әсетке бәшмәктәре барлығын асыҡлаған. Бишәүһенең таҙартыу үҙенсәлеге уртаса кимәлдә тип табылған. “Лесной бальзам” – иң юғары, ә President иң түбән баһаны алған. Шуныһы ҡыҙыҡ, тештәрҙе яҡшы ағартыусы тип танылған Splat Professional пастаһы бындай үҙенсәлеккә бөтөнләй эйә түгел икән. Бөтә пасталарҙың да хәүефһеҙ, фторҙың нормала булыуы асыҡланған. “Новый жемчуг” һәм Вiomed өлгөләрендә бер ни тиклем токсик матдәләр барлығын да хәбәр итә эксперттар.
Шулай итеп, тикшереү үткән ете өлгөнөң бишәүһе һатыу өсөн тәҡдим ителгән. “Лесной бальзам”, һис һүҙһеҙ, алдынғылыҡты тота. Splat Professional пастаһын яҡшыртыу өсөн тәҡдимдәр әйтелгән. Ә “Новый жемчуг” “ҡара исемлек"кә индерелгән.