Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Август 2019, 21:00

Бесәйең мырылдаһа... ауырымаҫһың

Табиптарҙың һүҙенә ышанырғамы, ышанмаҫҡамы?

Табиптарҙың һүҙенә ышанырғамы, ышанмаҫҡамы? Бесәйҙең мыр-мыр килеүе кешенең нервы системаһына һәм психикаһына яҡшы йоғонто яһауын белгестәр иҫбатлаған.


Хикмәт тауыштың тирбәлеү йышлығында булыпп сыҡҡан. Хатта бесәйҙәр ярҙамында фелинотерапия тигән дауа ла бар. Ул стрестан ҡотолдора, психологик тыныслыҡ бирә. Бесәйҙең мырылдағанын аудиотаҫмаларға яҙҙырып тыңлау ҙа сәләмәтлек өсөн файҙалы, тип иҫбатлай табиптар.


Әммә был йомшаҡайҙар менән бер карауатта йоҡларға ярамай, төрлө башҡа сирҙәр йоҡтороу ихтималлығы бар, тип тә иҫкәртә белгестәр.


Фото: Инстаграм
Читайте нас: