Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Август 2019, 20:01

“Ул беҙҙе сибәр ҡатынға алмаштырҙы...”

Тыуған ҡалаһынан киткәндә Стефаниға ни бары ике ай ғына була. Германияла дауаланған мәлдә Аннаға иренән хат килеп төшә. Унда ғаилә башлығы икенсе ҡатынға китеүе тураһында хәбәр итә, дауаланыуға аҡса биреү тураһында уйлап та ҡарамай.

Башҡортостандан кескәй Стефани ҡаты сирҙән яфалана. Табиптар уға Айкарди синдромы тигән диагноз ҡуйған. Әле сабый әсәһе менән Испанияла операция яһағандарын көтә.
Стәрлетамаҡта йәшәгән Анна Васильева өс йыл элек кенә тормошоноң киҫкен боролош яһауын күҙ алдына ла килтермәй. Тәүге сабыйҙарын көтөп, бәхетле генә йәшәп ятҡан йәш ғаиләгә табиптар ҡот осҡос хәбәр еткерә – баланың мейеһе үҫешендә кәмселек бар. Буласаҡ әсә Өфөнөң баш нейрохирургына күренә. Табип иһә, был кәмселек сабыйҙың хәленә йоғонто яһамаясаҡ, тип ышандыра.
Кескәй ҡыҙсыҡ һау-сәләмәт тыуа, уға Стефани тип исем ҡушалар. Ике айҙан бәхетле тормошто ҡара ҡайғы алмаштыра. Баланың аяҡ-ҡулын кинәт көҙән йыйыра башлай. Тәүҙә урындағы дауаханала, унан Өфөлә, Мәскәүҙә, Германияла дауаланып ҡарайҙар. Тыуған ҡалаһынан киткәндә Стефаниға ни бары ике ай ғына була. Германияла дауаланған мәлдә Аннаға иренән хат килеп төшә. Унда ғаилә башлығы икенсе ҡатынға китеүе тураһында хәбәр итә, дауаланыуға аҡса биреү тураһында уйлап та ҡарамай.
Әлегә тиклем иренең ата-әсәһе менән бергә йәшәгән Анна алдында: “Ҡайҙа ҡайтырға, дауаланыуға аҡса күп кәрәк, уны ҡайҙан алырға?” – тигән һорау тыуа. Яңғыҙ әсә социаль селтәр аша ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Торлаҡ менән иһә әсәһе ярҙам итә. Әйткәндәй, тәртип һаҡсылары Аннаның ирен эҙләй, ул балаһына бөтөнләй алимент түләмәй икән.
Әле Анна менән Стефани бер йыл инде Испанияла йәшәй. Рәсәйҙә табиптар сабыйҙың һауығыуына өмөт юҡ тиһәләр, Испанияла иһә ярҙам итергә булалар, сиратҡа ҡуялар. Уның мейеһенең уң яҡ яртыһын һулынан айырасаҡтар. Бик ҡатмарлы һәм хәүефле ғәмәл булыуға ҡарамаҫтан, был – сабыйҙы һыҙланыуҙарҙан ҡотҡарыуҙың берҙән-бер сараһы. Стефани белгестәрҙең даими күҙәтеүенә алынған. Ул мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн колледжға йөрөй. Анна иһә бөтә көсөн ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыуға һала, бер нисә эштә эшләй.
Читайте нас: