Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
16 Август 2019, 19:45

Бишектәге бала бишкә төрләнә

Балағыҙҙың сәләмәтлегендә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙһәгеҙ, мотлаҡ шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Балағыҙҙың сәләмәтлегендә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙһәгеҙ, мотлаҡ шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Сабыйығыҙҙың йәштәштәре ара­һында яйһыҙ, уңайһыҙ хәрәкәтләнеүе менән айырылыуын, насар һөйлә­шеүен күрһәгеҙ йә иһә унда баш әйләнеүе, баш ауыртыуы, уҡшыу, транспортта үҙен насар тойоуы күҙәтелһә, невропатолог менән кәңәшләшеү мотлаҡ.


Саманан тыш хәрәкәтсәнлек, ҡуҙғыусанлыҡ йәки, киреһенсә, хәлһеҙлек, талсығыу, ҡурҡыу, насар йоҡо, тиҙ генә илап барыу — был сифаттар баланың нығынып етмәгән нервы системаһындағы психик көсөр­гәнешлектең киң таралған билдәләре. Балалар психиатры кәңәштәре һеҙгә лә, сабыйығыҙға ла ярҙам итер.


Бер үк нәмәне балағыҙ ҡабатлап һораһа йәки әйткәнегеҙгә йыш ҡына ҡолаҡ һалмаһа, ангина менән сир­ләһә, йүтәл, танау, тымау йонсотһа, әгәр ауы­ҙын асҡан көйө йоҡлаһа, хырыл­даһа, отоларин­гологка күре­нергә кәңәш итәбеҙ.


Балағыҙҙың нисек ашауына, аппетиты булыу-булмауына иғтибар итегеҙ. Уның йыш ҡына уҡшыуы, ҡоҫоуы, эс ҡатыуы, эс ауыртыуы ата-әсәне һағайтырға тейеш. Квалификациялы ярҙамды гастроэнтеролог күрһәтә аласаҡ.


Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың ниндәй ҙә булһа аҙыҡ-түлеккә, еҫкә, дарыуға, үләнгә, прививкаларға реакцияһы күҙәтелһә (тән тиреһенә сабыртмалар сығыу, ауыр тын алыу, кинәт тымау тейеү, сөскөрөү), аллер­гологка кәңәшкә барырға тура килер.

Тән тиреһенең төрлө урындарында ҡыҙарған, ҡысытҡан ерҙәр булһа, һис кисекмәҫтән дерматологка күренеү яҡшы. Был дерматит йәки экземаның билдәләре булыуы бар.


Балағыҙҙың күҙ ҡабаҡтарын ҡыҫып, берәй предметты ҡарарға тырыш­ҡанын күҙәткәнегеҙ бармы? Китапты ныҡ эйелеп уҡымаймы? Бәлки, телевизор экранына яҡыныраҡ ултырырға теләйҙер? Ата-әсә тәү ҡарамаҡҡа ваҡ-төйәк төҫлө тойолған ошондай үҙгәрештәргә һиҙгерлек күрһәтергә тейеш. Күреү үткерлеген бары офтальмолог ҡына билдәләй ала.


Йөрөгәндә балағыҙҙың кәүҙәһен нисек тотоуына иғтибар итегеҙ. Бер яурыны икенсеһенән түбәнерәк түгелме, һүрәтте альбомға ятып тигәндәй төшөрмәйме? Тайпылыштар һиҙелһә, ортопедҡа кәңәшкә барығыҙ.


Иҫкәртеү саралары күп сирҙән аралаясаҡ. Эндокринолог, хирург, стоматолог, кардиолог, логопед кеүек белгестәр балаларҙың сәләмәтлеген күҙәтеү һәм сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү буйынса күпте эшләй ала.
Читайте нас: