Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа беҙҙең донъя һимерә. Спорт, фитнес, дөрөҫ туҡланыу модаға ныҡлап инеүгә ҡарамаҫтан, “ҡалын” кешеләр һаны артҡандан-арта. Сәбәптәре күп: фаст-фуд менән туҡланыу, хәрәкәтһеҙ тормош алып барыу...
Белгестәр донъялағы иң һимеҙ кешеләр рейтингын булдырған. Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе буйынса беренсе урында АҠШ икән. Бында һимеҙҙәр һаны 38,2 процент тәшкил итә.
Икенсе урында – Мексика. Бында артыҡ тән ауырлығынан йонсоусылар һаны – 32,5 процент.
Өсөнсө урында – Яңы Зеландия (31 процент).
Дүртенсе һәм бишенсе урында – Венгрия менән Австрия кешеләре, алтынсы урын – Бөйөк Британия халҡында.
Әйткәндәй, иң зифа буй-һынлы кешеләр Япония менән Көньяҡ Кореяла йәшәй. Унда һимеҙҙәр һаны ни бары 3,7 процент. Беҙгә лә, бәлки, дөгө менән балыҡҡа ғына күсергәлер?!