Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Сентябрь 2019, 13:17

Бәшмәк йыйыу миҙгеле етте

Бәшмәк йыйыу миҙгеле башланды. Тап ошо осорҙа бәшмәк менән ағыуланыу осраҡтары арта. Сәләмәтлек өсөн уның эҙемтәләре үтә хәүефле, шуға күрә ағыуланыуҙың төп билдәләрен белеү, ваҡытында беренсе кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү мөһим.

Тәмле лә, хәүефле лә ул.
Бәшмәк йыйыу миҙгеле башланды. Тап ошо осорҙа бәшмәк менән ағыуланыу осраҡтары арта. Сәләмәтлек өсөн уның эҙемтәләре үтә хәүефле, шуға күрә ағыуланыуҙың төп билдәләрен белеү, ваҡытында беренсе кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү мөһим.
Ағыуланыу дәрәжәһе ниндәй бәшмәк төрөн ҡулланыу менән дә бәйле. Ағыулы бәшмәктәр менән ағыуланыу — бер, ә бына ашарға ярарлыҡ тип иҫәплән­гәндәренән дә һаулыҡты юғалтырға мөмкин. Уны дөрөҫ, тейешенсә әҙерләмәгәндә, экологик яҡтан имен булмаған ерҙә йыйғанда ашарға яраҡлы бәшмәктең дә сәләмәтлеккә зыян килтереүе ихтимал. Балалар һәм өлкәндәр айырыуса ағыуланыуҙы ауыр кисерә.
Беҙҙең яҡта үҫкән иң зарарлы бәшмәктәрҙең береһе — ағыулы бәшмәк (бледная поганка). Ваҡытында ярҙам күрһәтелмәгәндә, бәләгә юлыҡҡан ауырыуҙың һәләк булыуы ихтимал. Шундай бер бөртөк бәшмәкте ашауҙан да өлкән кешенең үлемесле ағыуланыуы мөмкин. Организмдың ағыуланыу процесы 8 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем дауам итә. Ағыуланыуҙың икенсе фазаһы ҡапыл башлана: кеше уҡшый, ҡоҫа, был хәл ике тәүлектән дүрт тәүлеккә тиклем һуҙыла, шыйыҡ оло ярауы йышая. Организм һыуһыҙлана, кеше хәлһеҙләнә, гел эскеһе килә, астения, адинамия өҫтәлә, тән мускулдары тартыша, тахикардия күҙәтелә, ҡан баҫымы төшә. Бауыр эшмәкәрлегендә хәүефле үҙгәрештәр башлана, ауыр геморрагик синдром күҙәтелә, теш ҡаҙнаһынан, танауҙан ҡан китә.
Ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе ҡул­ланғанда ағзаларҙың функциональ резервы кәмеүе һөҙөмтәһендә хроник сирҙәрҙең ҡуҙғыуы мөмкин: панкреатит, колит, гепатит һәм башҡалар. Ҡорһаҡ­тың өҫкө өлөшөндә ауыртыу башлана, ауырыу уҡшый, ҡоҫа. Был саҡта кисектергеһеҙ ярҙам — ашҡаҙанды йыуҙырыу һәм әүҙемләштерелгән күмер ашау. Әммә иң мөһиме — шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырыу йәки ауырыуҙы үҙ көсөң менән тиҙерәк дауаханаға илтеү.
Бары табип ҡына дауаны дөрөҫ тәғәйенләй ала. Төрлө бәшмәктәрҙең ағыуы организмға төрлөсә тәьҫир итә, шуға күрә табипҡа бөтә мәғлүмәтте бирергә тырышырға кәрәк: бәшмәкте ҡайҙа йыйҙығыҙ, уларҙы нисек әҙерләнегеҙ?
Ағыуланмау өсөн бәшмәктәрҙе бер-береһенән айырырға өйрәнегеҙ, улар араһында бер-береһенә оҡшаштары ла етерлек. Дөрөҫ, тейешенсә эшкәртелгән бәшмәктәр генә хәүефһеҙ.
Читайте нас: