Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Октябрь 2019, 23:41

Токсиндарҙан таҙарынам тиһәң...

Әле гөрләп барған йәрминкәләрҙә йәшелсәнең ниндәйе генә юҡ! Араларында, әлбиттә, ҡыҙыл сөгөлдөр ҙә бар. Күптәребеҙ уны үҙе үҫтереп тә, рационда йыш ҡулланып та, ни тиклем файҙалы икәнен белеп бөтмәйҙер.

Фото: "Бәйләнештә".

Сөгөлдөр – витаминдарға һәм микроэлементтарға бай йәшелсә. Унда А, Р, В төркөмөнә ҡараған барлыҡ витаминдар, фосфор, кальций бар. Шулай уҡ был йәшелсә йод, магний, баҡыр, калий, натрий, бор һәм цинкка бай. Фолий, аскорбин кислотаһы, бета-каротин да күп унда.
Был йәшелсә йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамырҙарын таҙарта, организмда холестеринды кәметә, атеросклерозды иҫкәртеүҙә лә ярҙам итә. Бәүелде ҡыуҙыра, организмды токсиндарҙан таҙарта. Тән тиреһе матур булһын тиһәгеҙ ҙә, сөгөлдөр ашарға кәңәш ителә.
Сөгөлдөрҙөң файҙалы яғы күп булһа ла, самалап ашарға кәрәк. Ашҡаҙан эшмәкәрлеген боҙоуы ихтимал. Гастрит, язва булғанда, бешереп кенә ашау фарыз.

Витаминдарға бай йәшелсә-емеш ашап, сәләмәт йәшәйек, дуҫтар!
Читайте нас: