Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Ноябрь 2019, 13:46

“Онкология” хөкөм ҡарары түгел

Бынан тиҫтә йылдар элек онкология сирҙәре хөкөм ҡарары кеүек ҡабул ителде. Әммә фән бер урында тормай, медицина үҫешә, дауалау ысулдары яңыра. Рәсәй онкологтары яңыраҡ яман шеш сирҙәрен уңышлы дауалау, иҫкәртеү алымдары тураһында һөйләне.

Бынан тиҫтә йылдар элек онкология сирҙәре хөкөм ҡарары кеүек ҡабул ителде. Әммә фән бер урында тормай, медицина үҫешә, дауалау ысулдары яңыра. Рәсәй онкологтары яңыраҡ яман шеш сирҙәрен уңышлы дауалау, иҫкәртеү алымдары тураһында һөйләне.


Мәҫәлән, Мәскәү өлкәһендә быйылғы туғыҙ ай эсендә яман шеште дауалауҙа һиҙелерлек уңышҡа өлгәшелгән. 13 мең кеше дауаланып сыҡҡан, дүрт меңдән ашыу операция яһалған. Шуныһы мөһим, сирҙәрҙең ҡап яртыһын тәүге стадияла уҡ асыҡлай алғандар.


Белгестәрҙең әйтеүенсә, яман шеш үҫешенә алкоголь, тәмәке тартыу кеүек ғәҙәттәр тәьҫиренән тыш, стресс, радиация, насар туҡланыу, артыҡ һимереү кеүек факторҙарҙың да сәбәпсе булыуы мөмкин. Әммә сирҙең башланыуына йәшәү рәүеше генә йоғонто яһай тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Нәҫелдән күсәгилешлелек тә ҙур әһә­миәткә эйә, тип иҫбатлай табиптар. Кеше ни тиклем нығыраҡ сәләмәтле­ген хәстәрләй, ни тиклем иртәрәк белгестәргә мөрәжәғәт итә, һауығыуға өмөт шунса ҙурыраҡ.


Хәҙерге ваҡытта сирҙе асыҡлауҙың өс кимәлдән торған системаһы эшләнгән. Пациент тәүге ярҙамды урындағы поликлиникала ала, аҙаҡ дауаланыу өсөн район-ара үҙәккә ебәрелә. Баш ҡалалағы онкология диспансеры ҡаты сирлеләрҙең күпселеген үҙендә дауалай.


Ярты йыл һайын табиптарға күренеп, ябай ғына анализдарҙы биргәндә лә байтаҡ ауырыуҙарҙы ваҡытында дауалап аяҡҡа баҫтырып булыр ине.


Фото: okeydoc.ru
Читайте нас: