Матдәләр алмашыныуын яҡшыртырға була.
“Күпме ашаһам да, һимермәйем, үҙемде тәмле-татлы ризыҡтарҙан сикләмәйем, калория иҫәпләп ултырмайым, әммә буй-һынымдың зифалығы шул көйө”, – тип маҡтаныусылар бик һирәктер. Ҡайһы берәүҙәр диетаға ултыра, самалап ҡына ашай, хатта ас тороп та ҡарай, әммә көтөлгән һөҙөмтә юҡ. Өҫтәүенә тәүҙә тән ауырлығы бер аҙ кәмегәндәй тойолһа ла, аҙаҡ ул килограмдар йәнә әйләнеп ҡайта.
Метаболизм йәки матдәләр алмашыныуы барышында организмда төрлө химик процестар бара, туҡланыу матдәләре эшкәртелә, тарҡатыла, күҙәнәктәргә үтеп ингән ваҡ ҡына өлөшсәләргә әүерелә һәм йәшәү өсөн энергия бүлеп сығара. Шулай уҡ күҙәнәктәрҙе организм эшмәкәрлеге өсөн кәрәге булмаған файҙаһыҙ элементтарҙан ҡотолдора.
Матдәләр алмашыныуы бик яй барған осраҡта туҡланыу матдәләренең энергияға әүерелеүе лә кәмей, исраф ителмәгән калориялар запаста туплана, шулай итеп, “икенсе эйәк”, “йыуан ҡорһаҡ” барлыҡҡа килә.
Метаболизмға тәьҫир иткән факторҙар байтаҡ. Мәҫәлән, йылдар үтеү менән матдәләр алмашыныуы аҡрыная. Шулай булғас, йәшәү рәүешенә, туҡланыуға иғтибарҙы арттырыу кәрәк. Ир-атта матдәләр алмашыныуы шәберәк бара, быныһы көслө заттың организмы үҙенсәлектәре менән аңлатыла. Нәҫелдән килгән күсәгилешлектең дә матдәләр алмашыныуына йоғонто яһауы ихтимал. Ҡалҡан биҙе сиренә дусар булған ауырыуҙарҙа матдәләр алмашыныуы аҡрынайыуы күҙәтелә.
Ҙур кәүҙәле, оҙон буйлы кешеләргә күберәк энергия талап ителгәнлектән, калориялар тиҙ тотонола. Уларҙа метаболизм процесы шәп бара. Кеше ни тиклем күберәк хәрәкәтләнә, матдәләр алмашыныуы ла шунса шәберәк.
Оҙайлы ваҡыт стресс хәлендә булыу, нервы көсөргәнешлелеге, депрессия, йоҡоһоҙлоҡ һәм асығыу – метаболизм процесын тотҡарлаған факторҙар.
Нисек туҡланыу яҡшыраҡ? Белгестәр йышыраҡ, әммә бәләкәйерәк порциялар ашауҙы тәҡдим итә. Ара-тирә ҡапҡылап алыу ҙа ярай, тик булка, бәлештәр менән түгел, ә еләк-емеш, сәтләүек – иң яҡшыһы. Икенсенән, артығын ашамағыҙ, бер ултырғанда калорияларҙың көндәлек нормаһын үтәү һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына түгел. Үтә майлы, ыҫланған, тоҙло һәм шәрбәтле ризыҡ ашауҙан тыйылып торһағыҙ ҙа, яҡшыраҡ булыр.
Көнөнә күпме һалҡын һыу эсәһегеҙ? Ҡайнатылмаған һыу организмдағы бөтә химик процестарҙа ла ҡатнаша, уның аҙлығы метаболизмды аҡрынайта.
Халыҡ араһында йөрөгән уйҙырмаларға ышанмағыҙ. Мәҫәлән, имеш, ҡайһы бер аҙыҡтар (грейпфрут, сельдерей, ананас) май ҡатламын яндыра, сәй һәм ҡәһүә матдәләр алмашыныуын тиҙәйтә, шәкәр урынына уны алмаштырған башҡа матдәләр ҡулланырға ярай һәм башҡа төрлө-төрлө “аҡыллы”, иҫбатланмаған кәңәштәр сәләмәтлекте нығытмаясаҡ.