Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Декабрь 2019, 21:30

Көндөҙгө йоҡо зарарлы

Ҡытай ғалимдары ошондай һығымтаға килгән. Уларҙың алты йыл дауамында уҙғарған тәжрибә эшендә 31,7 мең кеше ҡатнашҡан.

Ҡытай ғалимдары ошондай һығымтаға килгән. Алты йыл дауамында уҙғарылған тәжрибә эшендә уртаса 62 йәшлек 31,7 мең кеше ҡатнашҡан. Алдан уларҙың береһе лә һаулығына зарланмаған һәм инсульт кисермәгән булған.
Уларҙың һигеҙ проценты көндөҙ сәғәт ярым һәм унан оҙағыраҡ йоҡларға яратҡан, ә 24 проценты йоҡоға тәүлегенә 9 сәғәттән ашыу ваҡыт бүлгән. Эксперимент барышында респонденттарҙың инсульт менән ауырыу хәүефе 85 процентҡа үҫеүе асыҡланған.
Ғалимдар ошондай һығымтаға килгән: төндә оҙаҡ йоҡлаусылар һәм көндөҙгө йоҡоға сәғәт ярымдан ашыу ваҡыт бүлеүселәр аҙ йоҡлаусыларға ҡарағанда инсульттан 23-25 процентҡа күберәк яфалана.
Фото: oz.orklinika.ru
Читайте нас: