Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 70 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 4418-гә етте. Һауыҡҡандар – 1839 (һуңғы тәүлектә 16 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18. Республика стационарҙарында 1009 сирле дауалана, уларҙың 29-ы ауыр хәлдә (шул иҫәптән 22 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, улар үтә ауыр хәлдә). 1506 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Шул уҡ ваҡытта пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 80 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 47 кеше дауахананан сығарылған.