Башҡортостан
-8 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәләмәт булайыҡ
19 Июнь 2020, 01:00
Ымһындырһа ла, саманы бел
Еләкте күпме ашарға мөмкин икән? Был йәһәттән диетологтың кәңәштәрен тыңлайыҡ.
Әле баҡсаларҙа еләктең ҡыҙарып бешкән мәле. Был тәмлекәстең матурлығы, хуш еҫе, тәме, файҙаһы! Тик был ымһындырғыс емеште күпме ашарға мөмкин икән? Был хаҡта диетолог, клиник туҡланыу буйынса милли ассоциация ағзаһы Анна Ивашкевичтың кәңәштәрен тыңлайыҡ.
Белгес әйтеүенсә, көнөнә бер-ике стакандан күберәк еләк ашарға ярамай. Был яҡынса 200-400 грамм тәшкил итә. Бигерәк тә ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәре менән ауырығандарға һаҡ булырға кәрәк.
Диетолог шулай уҡ аллергия менән яфаланғандарға еләк-емеште һайлап ашарға кәңәш итә. Мәҫәлән, ҡайын һәм ер еләктәренең көслө аллерген икәнлеген хәтерҙән сығарырға ярамай.
Емеш-еләкте бутҡаға, сырға, салатҡа ҡушып ашарға мөмкин. Диетолог киске табынға ер еләге менән ҡурай еләгенән салат тәҡдим итә. Уның фекеренсә, был рацион ябығыуға ла булышлыҡ итә икән.
Фото:
mir-ogorodnikov.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.