Бөгөн, 12 августа Симферополдән ҡайтҡан туристарға “Өфө” аэропортында COVID-19-ға тест үткәрҙеләр. “Nordwind” авиакомпанияһы республикаға 143 пассажирҙы алып ҡайтҡан. Тәүҙә самолет эсендә туристарҙың тән температураһын тикшерҙеләр, аҙаҡ улар осоп килеү зонаһына үтте һәм коронавирусҡа анализ тапшырҙы. Терминалда өс медицина бригадаһы эшләгән.
Билдәле булыуынса, 28 июлдә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ҡарары менән, Өфөгә көньяҡ курорттарҙан, айырыуса, Краснодар крайынан ҡайтҡан туристар тест үтәсәк. Анализ алыу өсөн рейстар осраҡлы һайлап алынасаҡ. Әгәр анализ һөҙөмтәләре буйынса, зарарланған кешеләр асыҡлана башлаһа, республикаға сирҙе алып ҡайтыу осраҡтары артасаҡ һәм тикшереүҙәр етдигә әйләнәсәк.
Йәйге миҙгелдә “Өфө” аэропортынан илдең көньяҡ төбәктәренә аҙнаһына 38 рейс башҡарыла, осоуҙо 11 авиакомпания башҡара. Август аҙағына тиклем 65 мең самаһы республика кешеһе самолет менән Ҡара диңгеҙ курорттарына барыр тип планлаштырыла.
“Өфө” аэропортында коронавирус инфекцияһын индереүгә ҡаршы комплекслы саралар ҡабул итәләр. Терминалдарҙа стационар диспансерҙар, бактерицидлы рециркуляторҙар ҡуйылған, социаль дистанцияны үтәргә ярҙам иткән махсус разметка һыҙылған. Аэропортта биш тепловизор эшләй. Ике сәғәт һайын биналар дезинфекция саралары ҡулланып йыйыштырыла, һәр рейстан һуң траптар һәм пассажир автобустары дезинфекциялана.