Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Август 2020, 21:40

Урал аръяғы халҡы өсөн - яңы үҙәк

Сибай ҡалаһында балалар өсөн реабилитация үҙәге һәм йыл әйләнәһенә ҡабул итәсәк "Шифа" һауыҡтырыу лагеры төҙөлә.

Сибайҙа "Урал аръяғы-2020" II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үҙ эшен дауам итә. Бөгөн ул "Шифа" балалар һауыҡтырыу лагеры биләмәһендә үтә. Инвестиция һабантуйына ярашлы, төбәктә тәүге тапҡыр "Ҡаҙ һәм бал" тигән фестиваль ойошторолдо.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ошо урында төҙөләсәк балалар реабилитациялау үҙәге, "Шифа" балалар һауыҡтырыу лагеры төҙөлөшө башланыу йәһәтенән капсула һалды. Проект инициаторҙары - Сибай ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Сафҡа инәсәк реабилитация үҙәге ошонда йәшәгән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ғына түгел, ә тотош Урал аръяғы райондарынан мохтаж пациенттарҙы ҡабул итәсәк.
Бында үҙенсәлекле балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, реабилитациялау өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Объекттың Төйәләҫ йылғаһы буйында урынлашыуы, ҡаланан алыҫ булмауы ла яҡшы. Төҙөләсәк үҙәк урынында әле "Шифа" балалар һауыҡтырыу лагеры урынлашҡан. Киләсәктә уны йыл әйләнәһенә ҡабул итерлек итеп үҙгәртеү, йәшәү корпустарын арттырыу планлаштырыла.
Автор фотолары.
Читайте нас: