Һуңғы осорҙа, организмда матдәләр алмашыныуын көйләү өсөн биологик әүҙем нөктәләрҙе һылау файҙалы, тип яҙалар. Әммә был һылау күп ваҡытты ала.
Д.В. Корни үҙенең “Энәһеҙ нөктә – һылау” тигән китабында бер минут эсендә генә лә үҙеңде ипкә килтереүсе нөктә – һылау методикаһын өйрәтә.
а) баш бармаҡтың осон, аҙаҡ битен ҡыҫығыҙ. Ауыртып торған нөктә беленһә, ауыртыуы бөткәнсе ышҡығыҙ.
б) баш һәм һуҡ бармаҡтар менән сираҡ һеңерен ҡаты ғына итеп матҡып тотоп, ҡыҫығыҙ, шунан бушатығыҙ (һәр аяҡта өс тапҡыр ҡабатлағыҙ).
в) аяҡ суҡтарының өҫтөн йәһәт кенә ҡул йә икенсе аяҡ менән ышҡып алығыҙ.
Һылауҙарҙан һуң тәнегеҙ рәхәт йылынһа, яҡшы була: 60 секунд эсендә һеҙ организмдың төп системаларын “уяттығыҙ”.
Кәримә УСМАНОВА