Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
25 Февраль 2022, 15:21

Ни өсөн дарыуҙар ярҙам итмәй?

“Табип дарыуҙар эсергә ҡушты. Эсһәм дә, файҙаһын тойманым” тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Дарыуҙарҙың тәьҫире булһын өсөн нимәләрҙе иҫтә тотоу мотлаҡ?

Рецептҡа ярашлы препарат­тарҙы ғына һатып алығыҙ. Дарыу­ҙы ваҡытында ҡабул итегеҙ. “Кө­нөнә өс тапҡыр” тип яҙылған икән, тимәк, тәүлегенә өс тапҡыр, һигеҙ сәғәт һайын эсергә кәрәк. Был организмдан дарыуҙы сығарыу үҙенсәлегенә бәйле, ҡанда уның билдәле концентрацияһын тотоу мөһим. Айырыуса был антибиотиктар ҡабул итеүгә ҡағыла.

Дарыуҙы ашаған саҡтамы, әллә унан һуң эсеү файҙалымы? Был ҡағиҙәне теүәл үтәү дарыуҙың тәь­ҫирен арттыра. Мәҫәлән, үҙәк көйгәндә ҡулланылған антацид­тарҙы ашағандан һуң ярты сәғәт үткәс эсеү мотлаҡ. Өҫтәүенә, ошо ярты сәғәт эсендә һыу эсергә лә яра­май. Ғәҙәти аспирин ашҡа­ҙандың лайлалы тиресәһен ярһыта, шуға күрә уны ашағанға ҡәҙәр ҡабул итмәйҙәр. Ә шыжылдап һыуҙа иреүсе төймәләрҙе ашағанға ҡәҙәр эсеү яҡшыраҡ.

Дауаланыу курсын үҙ белдегең менән туҡтатырға ярамай. Дарыу­ҙы һыу менән эсергә кәрәк. Кофе, сәй был маҡсатта ҡулланылмай. Ҡайһы бер һуттар, мәҫәлән, грейпфрут һуты, был осраҡта зарарлы ла.

Дарыуҙы тештәрегеҙ менән ваҡламағыҙ, ә йотоғоҙ. Уларҙың формаһы юҡҡа ғына айырылмай: драже, капсула, сироп, микстура, сәйнәй һәм тел аҫтына һалына торған төймәләрҙең тәғәйен­ләнеше лә төрлөсә.

Кәримә УСМАНОВА 

Читайте нас: