Күп һанлы бактерия һәм токсиндар менән зарарланған аҙыҡ-түлекте ашаған кешенең ағыуланыуы ихтимал. Бындай бактериялар аҙыҡта үҫеү һәм үрсеү һәләтенә эйә.
Уңайлы шарттарҙа бактериялар иҫ киткес ҙур тиҙлек менән үрсеүсән: бер бактерия 12 сәғәттән һуң 7 миллиардлыҡ үрсем бирә ала. Улар өсөн иң уңайлы шарттар: йылылыҡ, туҡландырыу, дымлылыҡ һәм ваҡыт оҙайлығы. Аҙыҡ менән ағыуланыуҙан барлыҡҡа килгән бактериялар кешенең тән температураһы шарттарында яҡшы яраҡлашып үрсей. Йылылыҡ 10 градустан түбән булғанда, хәүефле бактерияларҙың үҫеше әкренәйә. 63 градустан юғары шарттарҙа бөтә бактериялар ҙа һәләк була.
Шәкәр, тоҙ, кислота, май күп тупланған һәм киптерелгән аҙыҡта бактериялар үҫешмәй. Аҡһымлы һәм дымлы аҙыҡ-түлектә улар иркенләп үрсей. Һыйыр, ҡош ите, балыҡ – тиҙ боҙола торған ризыҡтар, шуға күрә аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һаҡлау ҡағиҙәләренә иғтибар итегеҙ. Ҡайһы бер консерваларҙы шкафта һаҡларға мөмкин булһа, икенселәрен һыуытҡыста ғына тотоу талап ителә. Банка ҡапҡасы ҡалҡып сыҡҡан консерваланған аҙыҡ-түлекте ашарға ярамай. Шулай уҡ асылған банкалағы ризыҡтың да тиҙ боҙолоуын иҫтә тотоғоҙ. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарының киң таралыуының бер сәбәбе – һыуытҡысҡа артыҡ күп йылы аҙыҡ-түлек ҡуйыуҙа. Йылы аҙыҡ тиҙ генә һыуына алмай, ә бактериялар үҫеү өсөн бик уңайлы шарттар тыуа. Тағы ла сей аҙыҡ менән бешкән ризыҡты бергә һаҡларға ярамай, шуға күрә аҙыҡ-түлекте яҡшы ҡапланған һауыт-һабаға ҡуйығыҙ. Йомортҡаларҙы ла һыуытҡыста һаҡлағыҙ.
Тыштан бик таҙа, матур күренгән аҙыҡты ла һәйбәтләп йыуығыҙ. Сей көйө ашала торған емеш-еләкте айырыуса ентекләп йыуығыҙ. Сей ит, балыҡ ҡырҡа торған таҡтаны, һауыт-һабаны яҡшылап таҙартығыҙ. Кухнялағы таҙалыҡ та күп осраҡта аҙыҡ менән ағыуланмауҙың төп шарты икәнлеген бер ваҡытта ла иҫтән сығармағыҙ. Ашағандан һуң үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ йә иһә уҡшып ҡоҫһағыҙ, тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ. Йылы һыуҙы мөмкин тиклем күберәк эсегеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, аш-һыу әҙерләгәндә иғтибарлы булығыҙ!
Кәримә УСМАНОВА