Көнө буйы хәлле-дәртле булыу өсөн үҙ ваҡытында ятып, яҡшы ял итергә, көс тупларға кәрәк икәнлеген беләбеҙ. Кире осраҡта баш ауыртыуы, эштең һөҙөмтәлелеге насар булыуы мөмкин. Һәр сәғәт организмда барған ниндәйҙер бер процесҡа яуап бирә, тип билдәләгән тикшеренеүселәр.
Мәҫәлән...
22.00 сәғәттә ҡанда лейкоцит күләме икеләтә арта. Тән температураһы төшә. Биологик сәғәт йоҡларға кәрәклекте иҫкәртә.
23.00 сәғәттә тән нығыраҡ йомшара, шул уҡ ваҡытта һәр бер күҙәнәктең тергеҙелеү системаһы тулыһынса бара.
24.00 сәғәт. Йоҡо нығыраҡ баҫа, төш күрә башлау мәле етә, ә мейе эшләүен дауам итә: көн дауамында алған мәғлүмәтте тәртипкә килтерә.
Сәғәт 1-ҙә йоҡо бик һиҙгер. Электән ауыртҡан берәй ағза үҙен һиҙҙертергә һәм таңға тиклем һыҙландырырға мөмкин.
Сәғәт 02.00. Бөтә ағзалар ҙа ял иткәндә, бауыр эшләй: ойоған организмды шлактарҙан таҙартыу эшен туҡтатмай.
Сәғәт 03.00. Кеше йоҡоға тулыһынса тала: ҡан баҫымы төшә, пульстың тибеше һәм тын алыш һирәк-һаяҡ.
Сәғәт 04.00. Мейегә ҡан аҙ барғанлыҡтан, кеше уянырға әҙер түгел әле. Ә бына ишетеү һәләте был ваҡытта көслө: әҙ генә тауыштан да уяныу мөмкинлеге ҙур була.
Сәғәт 05.00. Бөйөрҙәр ял итә, мускул хәлһеҙ, матдәләр алмашыныуы яй бара, шул уҡ ваҡытта организм уянырға әҙер.
Сәғәт 06.00. Бөйөр өҫтө биҙҙәре ҡанға адреналин һәм норадреналин ебәрә башлай. Улар үҙ сиратында ҡан баҫымын күтәрә һәм йөрәк тибешен шәбәйтә. Тимәк, организм да уянырға әҙер, ә аң һаман йоҡомһорай әле.
Сәғәт 7-лә иммун системаһының йондоҙло сәғәте. Был ваҡытта организм уянырға тулыһынса әҙер. Тороп, кирелеп-һуҙылып, һыуыҡ һәм эҫе һыуҙы алмаш-тилмәш һиптереп йыуыныу мәле етә. Был ваҡытта эскән дарыу ҙа яҡшы үҙләштерелә, ти табиптар.
Фото: maxanto.ru