Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Март 2022, 23:00

"Йылмай", "Һөйләш", "Ҡулдарыңды күтәр"...

“Эх, әгәр белгән булһам сирҙе асыҡлауҙағы ошо өс кенә аҙымды...” - тип үкенеп йәшәй хәҙер ҡатынын ҡотҡара алмаған Ғәли ағай. 

"Йылмай", "Һөйләш", "Ҡулдарыңды күтәр"...
"Йылмай", "Һөйләш", "Ҡулдарыңды күтәр"...

Ғәли ағай бына нисәмә йылдар инде ваҡытында ҡатынына ярҙам ҡулы һуҙып, уны ҡотҡара алмағанына үкенеп йәшәй.

“Эх, әгәр белгән булһам сирҙе асыҡлауҙағы ошо өс кенә  аҙымды...” - тип үртәлә ул. Баҡсала ял иткәндә хәлһеҙләнеп йығылған ҡатын “Ашығыс ярҙам” саҡыртыуҙан баш тарта, “хәҙер үтә ул” тип барыһын да йыуата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙаҡ инде һуң була, табиптар ярҙам итә алмай. Белгестәрҙең әйтеүенсә, ауырыуҙы тәүге бер-ике сәғәт эсендә дауаханаға килтереп еткергәндә, ғүмерен һаҡларға, сир эҙемтәләренән тулыһынса ҡотолдорорға мөмкин булыр  ине. Бының өсөн инсультты танып белергә кәрәк!

Инсульт – бик хәүефле, мәкерле сир. Хәҙер ул йәштәрҙе лә аямай, көтмәгәндә кешене аяҡтан йығыуы, ғүмерлеккә инвалид итеүе мөмкин. Ошо ябай ғына сир билдәләрен ваҡытында танырға өйрәнеү ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға ярҙам итәсәк. Ғәли ағай уларҙы хәҙер яҡшы белә, таныштарына, балаларына, хатта ят кешеләргә лә был хаҡта әйткеләй, аңлата.

Сир билдәләрен шунда уҡ таныуы, диагноз ҡуйыуы ауыр, әлбиттә. Табиптарҙың раҫлауынса, шулай ҙа ауырыуға өс кенә һорау биреп, был хәлдең инсульт менән бәйле булыуын асыҡларға була. Өс алымды иҫтә ҡалдырыр өсөн “Йылмай–Һөйләш–Ҡулдарыңды күтәр” тип атайыҡ.

Ауырыуҙың йылмайыуын үтенергә кәрәк. Инсульт булғанда, йылмайыу ҡыйыш килеп сыға, биттең бер яҡ битендәге мускулдар тыңлашмай.

Ябай ғына һорау бирегеҙ. Кеше был мәлдә хатта үҙенең исемен дә асыҡ ҡына әйтә алмауы ихтимал.

Бер юлы ике ҡулын да күтәреүен һорағыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, был эш ауырыуҙың хәленән килмәй, сөнки тәндең бер яҡ өлөшө насар тыңлаша. Бынан тыш, кешенең ҡапыл хәлһеҙләнеүе, күҙ алды ҡараңғыланыуы, күреү насарланыуы, кинәт баш ауыртыуы, уҡшытыуы, йүнәлеште һәм тотороҡлоҡто, аңды юғалтыуы мөмкин. Бындай саҡта “Ашығыс ярҙам” саҡыртыу мотлаҡ,  ни тиклем тиҙерәк, шунса яҡшыраҡ.

Фото: fb.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: