Оҙайлы ҡыш тамамланыуға ла күп ҡалманы. Был осорҙа иммунитетты нығытыу өсөн С витамины күп тупланған тоҙло кәбеҫтәнән дә файҙалыраҡ аҙыҡ юҡтыр. Хужабикәләр уны нисек кенә тоҙламай, нимә генә ҡушып әҙерләмәй... Һәр кемдең үҙ рецебы һәм сере.
Бактериялар йәшелсәләге шәкәрҙе һөт кислотаһына әүерелдерә. Диабет менән сирләгәндәр өсөн был бик файҙалы, һөт кислотаһы глюкоза кимәлен контролләргә ярҙам итә, эсәклектәге зарарлы микроорганизмдарҙың үрсеүен баҫа, аҙыҡ матдәләр үҙләштереүҙе тиҙләтә. Тоҙланған кәбеҫтә ҡан тамырҙары өсөн дә файҙалы, “зарарлы” холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә, тимәк, йөрәк ауырыуҙарынан һаҡлай тигән һүҙ. Был аҙыҡ өҫтәлегеҙҙән өҙөлмәһен, сөнки ул А витаминына, кальций, марганец һәм калийға бай. Ундағы органик кислоталар күҙәнәктәрҙе тарҡатыусы ирекле радикалдар тәьҫирен кәметә. Иң мөһиме, ҡышҡы-яҙғы осорҙа С витаминына бай кәбеҫтә иммунитетты нығыта.
Шуныһын да иҫтә тотоғоҙ, уны ҡулланыуҙа сикләүҙәр ҙә бар. Аҙыҡта бактериялар һәм күҙәнәкле туҡымаларҙың күп булыуы газ барлыҡҡа килтереүе һәм аҙыҡ эшкәртеү ағзаларының лайлалы тиресәһен ярһытыуы мөмкин. Гастрит, ашҡаҙан шеше сирҙәренә дусар булған кешеләргә тоҙланған кәбеҫтә менән мауығырға ярамай.
Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.