Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
4 Март 2022, 10:01

Ҡытайҙар белмәй эсмәйҙер...

zen.yandex.ru
Фото:zen.yandex.ru

Ҡытайҙа кешеләрҙең термос тотоп йөрөүе – ғәҙәти күренеш. Тик унда сәй йәки кофе икән, тип уйламағыҙ, ә бары ҡайнаған һыу. Көнөнә ҡытайҙар 1,5-2 литр ҡайнар һыу эсә. Ни өсөн? Яуапты тарихтан эҙләйек.

Ҡытай халыҡ медицинаһының төп принцибы – тигеҙлек. Уға ярашлы, кеше организмы инь һәм ян элементтарынан тора. Әгәр улар тигеҙлек һаҡлаһа, кеше сәләмәт тигән һүҙ. Ян көсәйһә, кеше ауырый, шуға күрә инь тупланған аҙыҡтарҙы ҡулланырға кәрәк, тип аңлата ҡытай халыҡ медицинаһы. Тап ҡайнар һыу – шундай эсем­лектәрҙең береһе, тәндең эске температураһын кәметә, балансты тигеҙләй, шуның менән бергә сәләмәтлекте ҡайтара. Быныһы – теория. Ә тарихы түбәндәгесә.

Ҡайнар һыуҙың файҙаһы тураһында беҙҙең эраға тиклем IV быуатта уҡ билдәле булһа ла, был фекер халыҡ аңында 1862 йылда нығына. Шанхайҙа ваба (холера) эпидемияһы башлана һәм илдең төньяғында бик тиҙ тарала. Ә көньяҡта был сир тураһында ул саҡта бөтөнләй ишетеп тә бел­мәйҙәр. “Көньяҡ кешеләре ҡайнар һыуҙы күп эскәнлектән, ауыры­майҙар икән”, тигән уйҙырма тарала. Ғәмәлдә эш башҡаса тора, анализ күрһәтеүенсә, сирҙең таралыуына почта ташыусы кәмәләр сәбәпсе була. Әммә кешеләр күңелендә ҡайнар һыуҙың файҙалы булыуы тураһында фекер кире ҡаҡмаҫлыҡ булып нығына. ”Балалар көнөнә өс тапҡыр ҡайнар һыу эсергә тейеш!” тигән плакаттар үткән быуаттың илленсе йылдарында һәр ерҙә эленә. Бөгөн ҡулына термос тотмаған ҡытай кешеһен осратыуы ҡыйын, ә ресторанда бер стакан һалҡын һыу һораһаң, һиңә ғәжәпләнеп ҡараясаҡтар, ти туристар.

Ҡытайҙарҙың был ғәҙәтенең файҙалы, уларҙың хаҡлы булыуын башҡа ил ғалимдары ла раҫлай. 40-50 градус эҫелектәге һыу эсеү токсиндарҙы сығара, эсәклек эш­мәкәрлеген көйләй, тире һәм сәс торошон яҡшырта, нервыларҙы тынысландыра, баш ауыртыуын баҫа, матдәләр алмашыныуын яйлай, тигән фекерҙә улар.

Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.

Читайте нас: