Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Март 2022, 09:00

47 йыл буйы бер урында...

“Яҡшы өгөтләйһең дә ул, бына үҙең яһаттыңмы әле ул вакцинаны? Ә ирең? Балаларың?” – тип төпсөнөп алып китәләр.

47 йыл буйы бер урында...
47 йыл буйы бер урында...

Мари-Мәнәүез ауылы халҡы шәфҡәт туташы Анюта Сергеевна  Андреевнаны   үҙ итеп “беҙҙең Анюта” тип йөрөтә. Ошонда 47 йыл буйына эшләп, һәр ауылдашын биш бармағындай яҡшы белгән, һәммәһенә лә тиерлек медицина ярҙамы күрһәткән  шәфҡәт туташын хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Башҡа төбәктәрҙә, ауылдарҙа медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ булғанда, Мари-Мәнәүездәр бындай хәлде белмәй ҙә, фельдшерһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтермәй.

 Анюта Сергеевна ауылдаштарының сирҙәрен белеүҙән, дауалауҙан һәм ярҙам күрһәтеүҙән тыш, һәр береһенең холоҡ-фиғелен дә яҡшы үҙләштергән. Кемгәлер йылы һүҙен йәлләмәһә, икенсеһенә тауышын күтәрергә,  кемделер өгөтләргә тура килә.  Илеш район хакимиәтендә алдынғы, халыҡ абруйын яулаған  медицина хеҙмәткәрҙәре  тураһында һүҙ сыҡҡас, бер ауыҙҙан: “Анюта Сергеевна  инде беҙҙең иң тәжрибәле, яҡташтарының оло  хөрмәтенә лайыҡ шәфҡәт туташыбыҙ. Ул булмаһа, вакцина яһатыу планын үтәүе ауырға төшөр ине, халыҡтың уға ышанысы ҙур, белгесте тыңлайҙар,” - тип,  күптән хаҡлы ялда булһа ла, яратҡан һөнәрен уңышлы дауам иткән яҡташтарын телгә алды.

Ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктын 2019 йылда капиталь ремонт үткәреп яңыртҡандан һуң, эш шарттары күҙгә күренеп яҡшырған: бинаға һыу индерелгән, бүлмәләр йылы,  тейешле ҡорамалдар алынған. Бер быуатҡа яҡын бер урында эшләп, әле лә тынғылыҡ белмәйенсә, пандемия ябырылған ҡатмарлы осорҙа һөнәрен ташламайынса ауылдаштарына тәүге ярҙамды күрһәтергә ашыҡҡан Анюта Сергеевнаның “Хеҙмәт батырлығы” миҙалы менән наградланыуы  юҡҡа түгел. Вакцина яһатыу осороноң бик һүрән, ауыр башланыуын ул йәшермәй.

“Уйҙырмалар, ауыл эсендә йөрөгән төрлө хәбәрҙәр  прививкаға ҡаршы булғандар һанын арттырҙы. Береһенә ҡаланан ҡайтҡан ҡыҙы яһатмаҫҡа ҡушҡан, икенсеһе уның зыяны тураһында интернетта уҡыған... Мең һорауға - мең яуап... Кешеләр үҙ теләге менән пунктҡа килмәгәс, йорт буйлап сығып киттем.  Телефондан шылтыратып ҡына һөҙөмтә булмауын аңланым. Тәүҙәрәк аңлата торғас,  тамаҡ төбө кибеп, тауыш ҡарлығып киткән ваҡыттар булғыланы. “Яҡшы өгөтләйһең дә ул, бына үҙең яһаттыңмы әле ул вакцинаны? Ә ирең? Балаларың?” – тип һанап алып китәләр. Һөйләп аңлата торғас, яйға киләләр. Йорттар буйлап йөрөгәндә термоконтейнерға боҙ һалып барабыҙ. Бөтә тейешле санитария-гигиена  шарттарын үтәйбеҙ. Ситтә эшләп, аҙнаға бер тапҡыр ҡайтҡандарҙы  тура килтереүе еңел түгел, шулай ҙа улар менән уртаҡ тел таптыҡ.

Аңлатыу эштәрен киң йәйелдерҙек,  бындай осраҡта лектор булмай сара юҡ. Ялған хәбәр таратыусылар бер заман бик ныҡ көсәйеп китте бит, шулай ҙа халыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре һүҙенә ышанды. Ревакцинация яһатҡан һәм ойошмаларҙа прививка эшләткәндәрҙең иҫәбен алып барабыҙ. Өҫтәүенә киҙеүгә ҡаршы прививка ҡаҙатыуҙы уңышлы тамамланыҡ. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ауыл кешеһе “вакцина яһатырға кәрәк, ҡайҙа, тиҙерәк барып яһата һалайым,” тип беҙгә килергә атлығып тормай. Иркендә, үҙ йортонда йәшәп өйрәнгән халыҡ сирҙең үтә йоғошло, хәүефле булыуын аңлап етмәй, шуға күрә һәр кем менән һөйләшеп аңлашырға кәрәк”, – ти Анюта Андреева.

Кем-кем, ә  Анюта Сергеевна төрлө милләт кешеләре менән уларҙың телендә иркенләп һөйләшеү маһирлығына эйә. Мари ҡыҙы башҡорт, татар, рус , мари телдәрен күптән үҙ иткән, шуға күрә ололар менән тиҙ уртаҡ тел таба. Тормошонан да  ҡәнәғәтләнеү кисереп йәшәй, иптәше Алексей менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер  Андреевтарҙы алты ейән-ейәнсәре һөйөндөрә.

 

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: