Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
23 Март 2022, 14:45

Бер кемгә лә бәйле булмаҫ өсөн

Микрохирургия ҡорамалдары етештереү йәһәтенән Рәсәйҙә конкуренттар юҡ.

Бер кемгә лә бәйле булмаҫ өсөн
Бер кемгә лә бәйле булмаҫ өсөн

“Оптимед” компанияһы етештергән продукцияның 80 проценты тиерлек үҙебеҙҙең сеймалдан һәм материалдарҙан эшләнә. Бында контакт линзалары, уларға иретмәләр, күҙ микрохирургияһы өсөн ҡорамалдар әҙерләйҙәр. Әлегә эшкә санкциялар ҡамасауламаһа ла, бында сит ил материалдары урынына ватан етештереүсәләренең материалдарына күсергә әҙерҙәр.

– Линзалар шыма һәм бер ниндәй етешһеҙлеге булмаҫҡа тейеш. Уны йөрөткән кешегә уңайлы булһын өсөн тырышабыҙ. Бер сменала йөҙ данаға яҡын  линза етештерәбеҙ, – ти ойошманың оптик продукция бүлеге мөдире  Оксана Әхмәтгәрәева.

Микрохирургия ҡорамалдары етештереү – төп эш майҙандарының береһе. Рәсәйҙә был йәһәттән конкуренттар юҡ, ти компания вәкилдәре. Күҙгә операция яһағанда ҡулланылған бөтә кәрәк-яраҡ, мәҫәлән, яһалма күҙ яҫмығы (хрусталик) ошонда әҙерләнә. Продукция бер нисә этапта тикшереү үтә.

Быяла артында белгес офтальмологик скальпелдәрҙе тикшерә. Бысаҡтың һәр бөгөлөшө стандартҡа яраҡлы булырға тейеш. Бәләкәй генә тайпылыш та иҫәпкә алына, ҡорал яраҡһыҙ тип иҫәпләнә. Стериллек хакимлыҡ иткән бинаға бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә инә алмай.

Тағы ла шуныһы, күҙ операциялары өсөн сығарылған махсус гель бары ошо предприятела ғына етештерелә. Йомшаҡ контаклы линзалар өсөн иретмәләрҙе ҡойоу цехында ике сменала 100 меңгә яҡын флакон әҙерләнә. Уның йөҙ проценты тиерлек үҙебеҙҙә етештерелгән компоненттарҙан тора. Сит ил етештереүселәре менән мөнәсәбәт үҙгәрешһеҙ, килешеүҙәр элекке кимәлдә.

Логистиканың үҙгәреп китеү ихтималлығы бар, әлбиттә. “Тәү сиратта Рәсәйҙә ҡулланылған материалдарҙы файҙаланабыҙ. Микрохирургияла файҙаланылған сит ил компоненттары беҙҙә етештерелмәй. Әлегә алмашсы юҡ. Быныһы ваҡыт менән бәйле, тип уйлайым,” – ти генераль директор урынбаҫары Зилә Йәнбухтина.

Офтальмология тармағы беҙҙә ныҡ үҫешкән. Башҡаларға бәйле булмаҫ өсөн яңы аҙымдар яһарға кәрәк. Башҡортостанда етештерелгән продукциянан Рәсәй офтальмологтары ғына түгел, сит ил белгестәре лә файҙалана.

Фото: Bash.News

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: