Германия ғалимдары асыш яһаған: COVID-19 менән сирләгәндәрҙә икенсе типтағы диабет хасил булыу ихтималлығы бермә-бер арта.
Мәҡәлә Diabetologia журналында донъя күргән. Тикшеренеүҙәр барышында белгестәр 2021 йылдың июленән алып күҙәтеүҙәр алып барылған 8,8 миллион пациенттың сәләмәтлек торошон барлаған.
Контролдәге төркөм итеп улар киҫкен өҫкө тын алыу юлдары инфекцияһына дусар булған кешеләрҙе алған. Уларҙы енесе, йәше, медицина страховкалауы, COVID-19 йәки киҫкен респиратор инфекция диагнозы ҡуйылған айҙары буйынса бүлгәндәр.
Тикшерелгән осорҙа 35 865 кеше COVID-19 инфекцияһы менән сирләгән. Шулай уҡ , COVID-19 йәки киҫкен респиратор инфекция диагнозы ҡуйылған осраҡта диабет менән сирләүселәрҙең диабет күрһәткесе бер мең кешегә коронавируслылар араһында – 15,8-гә, ә киҫкен респиратор инфекция менән сирләүселәр араһында 12,3-кә тиң булған.
Ғалимдар асыҡлауынса, кешенең ашҡаҙан аҫты биҙе SARS-CoV-2 инфекцияһы өсөн сәп булыуы ихтимал. COVID-19 вирусын йоҡторғандан һуң сирлеләрҙең организмындағы бета-күҙәнәктәрҙә глюкоза стимуллаштырған инсулин секрецияһы түбәнәйеүе күҙәтелгән.
Унан тыш, COVID-19 менән сирләгәндән һуң ҡайһы бер пациенттарҙың организмында инсулинға ҡаршы тороу көсәйгән һәм ҡанда глюкоза кимәле күтәрелгән. Анамнезда иһә диабет билдәләнмәгән булған.
SARS-CoV-2 инфекцияһы цитокин тип аталған, көслө елһенеү барлыҡҡа килтергән матдәнең бүленеүенә булышлыҡ итеүе ихтимал. Иммун системаһының әүҙемләшеүе SARS-CoV-2 вирусын йоҡторғандан һуң бер нисә ай дауам итеүе бар, ул мускулдарҙа, май күҙәнәктәрендә, бауырҙа инсулиндың һөҙөмтәлелеген түбәнәйтә һәм диабет барлыҡҡа килтерә, ти белгестәр.
Фото: norpnd5.ru