Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Апрель 2022, 16:30

Эсә лә белергә кәрәк

Әгәр ҙә һеҙҙә холестерин кимәле юғары  йәки хәүеф төркөмөндә тораһығыҙ икән, табиптар һәр саҡ  эште йәшәү рәүешен  һәм туҡланыу рационын үҙгәртеүҙән башларға ҡуша...

Эсә лә белергә кәрәк
Эсә лә белергә кәрәк

Күптәр ҡанда холестерин артыуының организм өсөн зарарлы булыуын яҡшы аңлай. Уның юғары кимәле атеросклероз үҫешенә, йөрәк сирҙәренә һәм инфарктҡа килтереүе ихтимал. Шуға күрә табиптарҙың холестерин күрһәткестәрен кәметеү, препараттар ҡабул  кәрәклеге тураһындағы күрһәтмәләрен  инҡар итергә ярамай.

Ҡайһы берәүҙәр өсөн рационды үҙгәртеү һәм  барыбыҙға яҡшы таныш  эсемлектәрҙе эсеү ҙә  тәьҫирле булыуы мөмкин, тип яҙа “Доктор Питер”. Ниндәй ғәҙәттәрҙең холестеринды кәметеүгә өлөш индереүе ихтимал? Әгәр ҙә һеҙҙә холестерин кимәле юғары  йәки хәүеф төркөмөндә тораһығыҙ икән, табиптар һәр саҡ  эште йәшәү рәүешен  һәм туҡланыу рационын үҙгәртеүҙән башларға ҡуша. Хатта ҡайһы саҡта ошо кәңәштәрҙең дә йөрәк сәләмәтлеген һаҡларға һәм “насар”  холестерин  кимәлен кәметергә булышыуы билдәле. Пациенттар нимә ашарға  һәм нимәнән баш тартырға кәрәклеген  тиҙ үҙләштерһә лә, эсеү  тәртибе тураһында йыш ҡына онота. Ә бит эсеү ғәҙәттәре туранан-тура “насар” холестерин кимәленә йоғонто яһай. Был хәл фәнни яҡтан ныҡлы иҫбатланған.

Сәй – һыуҙан ҡала иң популяр эсемлек. Уның ҡараһы ла, йәшеле лә бер үк үҫемлектән алына, файҙалы үҙенсәлектәре төрлө ғилми хеҙмәттәрҙә раҫланған.  Беҙ яратып эскән сәйҙә фитонутриент һәм  флавоноид тип аталған матдәләр бар. Был тәбиғи үҫемлек берләшмәләре холестерин кимәлен кәметергә һәм ҡан тамырҙары торошон яҡшыртырға һәләтле. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, көнөнә ике-өс шәшке сәй эскән кешенең  сәйҙән  бөтөнләй баш тартҡандар менән сағыштырғанда йөрәк сирҙәре хәүефе 8-12 процентҡа кәмеүе асыҡланған.

Әфлисун һуты – һәр кемдең сәләмәтлеге  өсөн файҙалы, туҡланыу матдәләренә, витаминдарға һәм минералдарға  бай эсемлек. Бында һүҙ шәкәр ҡушылмаған тәбиғи һут тураһында бара. Әфлисун һутын даими эсеү холестерин кимәлен кәметеүгә булышасаҡ, ти тикшеренеү алып барыусы ғалимдар.

Гранат һуты – ҡан әйләнешен шәбәйтеүсе, ялҡынһыныуҙы кәметеүсе  микроэлементтарҙы туплаған, емешкә  сағыу ҡыҙыл төҫ биргән  полифенол пигменттарына  бай. Был берләшмәләрҙең күбеһе   –  “насар” холестеринды кәметеүсе антиоксиданттар.100 процентлы гранат һуты йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта. Өҫтәүенә унда С витамины күп, аш һеңдереүен яҡшыртыуҙа, яман шеш үҫешен кәметеүҙә һәм Альцгеймер сирен иҫкәртеүҙә  файҙалы.

Һоло һөтөнөң  холестерин кимәлен алты процентҡа кәметеүе ихтимал. Һолола күҙәнәкле туҡыманың үҙенсәлекле тибы – бета-глюкан тупланған. Ни бары өс грамм ғына  күҙәнәкле туҡыманың көнөнә  холестерин кимәлен 8-23 процентҡа кәметеүе билдәле.

Кискеһен кефир эсәһегеҙме? Был яҡшы ғәҙәт сәләмәтлек өсөн бик файҙалы, тип раҫлай табиптар. Диетологтар әйтеүенсә, кефирҙа органик кислоталар күп, шул арҡала эсемлек “зарарлы” холестерин биосинтезын юҡҡа сығара. Ошо уҡ кислоталар бауырҙы һаҡлай һәм аҡһымдың яҡшыраҡ үҙләштерелеүенә булышлыҡ итә.

Томат һуты (100%) ҡан тамырҙарын һәм йөрәкте һаҡлай, ундағы ликопин матдәһе холестеринды кәметә, тип иҫәпләй был мәсьәләне өйрәнеүсе белгестәр.  Бары һутта тоҙ күп булмаһын.

Фото:ok.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: