Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
7 Апрель 2022, 08:30

Ул беҙҙе көн дә һағалай...

Кеше олоғая барған һайын  яман шеш  хәүефе арта.  Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, диспансерлаштырыу үтегеҙ

Ул беҙҙе көн дә һағалай...
Ул беҙҙе көн дә һағалай...

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, көн һайын кеше организмы яман шеш күҙәнәктәре менән көрәшә һәм ...еңә! Ғалимдарҙың иҫәпләүенсә, һеҙҙең күҙәнәктәрегеҙҙең берҙән бишкә тиклеме көн дә яман шеш күҙәнәктәренә әүерелә, тик иммун системағыҙ уларҙы эләктереп алып һәләк итә. Ҡайһы берәүҙәрҙең донъялағы иң ҡурҡыныс сиргә юлығыуы ихтимал, әммә көслө организм кешеләрҙең күпселеген үлемдән ҡотҡара.

Яман шеш күҙәнәктәре ғәҙәттәге күҙәнәктәргә оҡшаш. Организм уларҙы ҡапыл ғына айыра ла алмай, яман шештең тәүге стадиялары  ауырыуҙы бөтөнләй борсомауы мөмкин. Шеш ҙурайып, нервыларға баҫа башлағас ҡына кеше ауыртыу тоя һәм дауаханаға юл ала.

Яман шеште бер төрлө ауырыу  тип кенә ҡарарға ярамай, 200-ҙән ашыу төрө билдәле. Кеше олоғая барған һайын сир хәүефе арта.  Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, диспансерлаштырыу үтегеҙ. Сирҙе иҫкәртеүҙең тәьҫирле ғәмәл икәнлеген хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.

Фото: skovzdrav.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: