Апрелдә бөтә донъяла Паркинсон сире менән көрәш көнө билдәләнә. Тап ошо айҙа тәү тапҡыр сирҙе асыҡлаған һәм һүрәтләгән инглиз табибы Паркинсон тыуған. Ғәҙәттә, был көндә ауыр неврологик сирҙе дауалауға ҡатнашлығы булған табиптар, пациенттар һәм уларҙың яҡындары менән төрлө саралар – флешмобтар, конференциялар, акциялар – үткәрелә.
Әлеге ваҡытта республикала алты меңгә яҡын ауырыу иҫәпләнә, ә экстрапирамид сирҙәренә дусар кешеләр һаны 50 меңгә етә. Неврология сирҙәренең таралыуы буйынса Паркинсон ауырыуы икенсе урында килә. Нигеҙҙә, был ҡатмарлы сир өлкәндәргә хас, 60 йәште уҙғандар араһында йыш осрай. Һирәкләп йәштәр араһында ла күҙәтелә. Баш мейеһенең айырым бер участкаһында нейрондар һәләк булыуы һөҙөмтәһендә мөһим матдә – дофамин етешмәй башлай. Был матдәгә ҡытлыҡ сирҙең клиник билдәләрен тыуҙыра, мускулдарҙың, кәүҙә, аяҡ-ҡулдың ҡалтырауын, ихтыярһыҙ тартылыуын барлыҡҡа килтерә. Кешенең хәрәкәтләнеүе боҙола, арҡаһы көмрәйә, йоҡоһо насарлана, артериаль ҡан баҫымы түбәнәйә.
Республикала Паркинсон сирен егерме йыл тирәһе өйрәнеү дауам итә. Профессор Рим Мәғжәнов – уны өйрәнеүгә ҙур тырышлыҡ һалған ғалим. Пациенттарға ярҙам итеүҙең тотош системаһы әҙерләнгән. Рәсәй өсөн бик үҙенсәлекле булған оператив методика уйлап табылған. Профессор Шамил Сафиндың нейрохирургия мәктәбе белгестәре сирҙе дауалауҙа хирургия ысулдарын оҫта файҙалана. Ауыр сиргә дусар булыусыларҙың тормош сифатын яҡшыртыу мөмкинлеге ҙур.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА