Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Апрель 2022, 15:30

Бөгөн - Донорҙар көнө

"Почетлы донор" исемен йөрөткәндәрҙең ниндәй хоҡуҡтары бар?

Бөгөн - Донорҙар көнө
Бөгөн - Донорҙар көнө

Бөгөн - Рәсәйҙә донорҙар көнө. Белеүебеҙсә, 40 тапҡыр ҡан йәки 60 тапҡыр плазма тапшырған кешегә “Почетлы донор” исеме бирелә.

Ниндәй генә осор булмаһын, ҡан тапшырыу һәр ваҡыттағыса бик мөһим булып ҡала. Шуға ла ҡан тапшырыу станциялары донорҙарҙың килеүен ойоштороуҙа ярҙам итергә әҙер. Мәҫәлән, улар ебәргән махсус саҡырыу, станцияға барып, ҡайтыу өсөн пропуск булып торасаҡ. Ҡан тапшырыу станциялары һау-сәләмәт, инфекция йоҡтороусылар менән аралашмаған, ярҙам итергә теләгән һәр кемде көтөп ҡала.

Рәсәйҙәге донорҙар мәсьәләләрен көйләгән, 2012  йылдың 20 июлендә ҡабул ителгән “Ҡан донорлығы һәм уның компоненттары” тураһындағы Федераль законға ярашлы, донорҙың түбәндәге хоҡуҡтары бар:

  • Ҡан биргән көндә уны бушлай ашаталар;
  • Эш йәки уҡыу урыны буйынса санаторийҙа йәки курортта ял итеү өсөн путевканы льготалы алыу;
  • Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексы тарафынан донорҙар өсөн ике көн ял – ҡанды тапшырған һәм икенсе көнөндә – биреү ҡаралған;
  • "Рәсәйҙең почетлы доноры" танытмаһына һәм күкрәккә тағыла торған билдәгә эйә  булғандар үҙҙәренә уңайлы ваҡытта түләүле отпускыһын алыу хоҡуғына эйә;
  • Дәүләт гарантиялары сиктәрендә сираттан тыш медицина ярҙамынан файҙаланыу;
  • Йыл һайын индексацияланған аҡсалата түләү. Быйыл был сумма 15 мең 713 һум 84 тин тәшкил итә.

Һеҙҙең иғтибарға Ҡан хеҙмәте интернет-порталы - www.yadonor.ru. Ҡан донорлығы һорауҙары буйынса 8-800-333-33-30 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ул тәүлек әйләнәһенә һәм бушлай эшләй.

Һеҙ тапшырған ҡандың кемдеңдер ғүмерен ҡурсып алып ҡалыуы хаҡында онотмайыҡ, дуҫтар. Ни тиһәң дә, ғүмерҙән дә, йәшәүҙән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ донъяла. Бер-беребеҙгә һаҡсыл булайыҡ, башҡалар яҙмышына битараф ҡалмайыҡ, мөмкинлек бар икән, ҡан тапшырайыҡ.

Фото: russian.city

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: