Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Апрель 2022, 18:00

Дуҫ та, дошман да

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, организмға эләкккән зарарлы өлөшсәләрҙең һанын билдәләүе ауыр, сөнки микропластиктың бөтә сығанаҡтарын да белеп еткермәйбеҙ. Бына шуларҙың бер нисәһе...

Дуҫ та, дошман да
Дуҫ та, дошман да

Беҙ сәләмәтлегебеҙҙең 10-15 процентының экологияға бәйле булыуын яҡшы беләбеҙ. Шуға күрә “микропластик”, “пластик зарары” тигән терминдар менән танышбыҙ. 2004 йылда пластиктың донъяны бысратыуын өйрәнеү буйынса  танылған  белгес, диңгеҙ биологы Ричард Томпсон былай тип белдергәйне: ”Хәҙер пластик сүп-сарҙың ни бары ун процент тирәһе генә  эшкәртелә, ҡалғаны, иртәгәме, һуңмы, океандарға эләгә, һыу һәм ультрафиолет нурҙары тәьҫире аҫтында аҡрынлап ваҡ өлөшсәләргә тарҡала. Һөҙөмтәлә микропластик барлыҡҡа килә.

 Пластиктың был төрөн таҙартып та, фильтр аша үткәреп тә булмай, улар тупраҡҡа, һыуға һәм һауаға эләгә. Ҡалдыҡ көнкүреш һәм сәнәғәт һыуҙары  таҙартыу станциялары аша үткәндән һуң да  төрлө организмдар өсөн ошо  аҙыҡ “сылбырын” дауам итә”.

Тирә-яҡ мөхиткә эләккән ваҡ ҡына пластик өлөшсәләр хәүефле матдәләрҙе туплау һәләтенә эйә.  Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә ҡайһы берәүҙәрҙең организмында пластиктың төрлө төрҙәрен тапҡандар. Был эштә ҡатнашҡан ирекмәндәрҙең ниндәй пластик менән тормошта осрашыуҙары асыҡланған. Кемдер пластикка төрөлгән аҙыҡтарҙы ашаған, пластик шешәнән эскән, кемдер диңгеҙ балығы менән мауыҡҡан... Европалағы тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, микропластик һыу үткәргесендә лә, ҡайһы бер һыра сорттарында ла, хатта ямғыр һыуында ла табылған. Кит, акула һәм скаттарҙың ашҡаҙанына эләккән пластиктың уларҙың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһауы раҫланған.  Әлегә микропластиктың кеше сәләмәтлегенә тәьҫире тураһында  төплө өйрәнелгән ғилми эштәр юҡ, әммә Берҙәм милләттәр ойошмаһы билдәләүенсә, хәүефләнеү өсөн сәбәп етерлек. Микропластиктың кеше сәләмәтлегенә шундай зарар килтереүе мөмкин:  иммун системаһы реакцияһы арҡаһында ялҡынһыныу  башланыуы, токсиндар тупланыуы һәм уларҙың күҙәнәк мембраналары аша  ҡанға үтеп инеүе ихтимал.  

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, организмға эләккән зарарлы өлөшсәләрҙең һанын билдәләүе ауыр, сөнки микропластиктың бөтә сығанаҡтарын да белеп еткермәйбеҙ. Бына шуларҙың бер нисәһе.  Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, диңгеҙ хайуандары, моллюск, мидий, устрица  микропластиктарҙы туплау йәһәтенән “алдынғылар” рәтендә.  Диңгеҙ тоҙо ла ошо исемлектә.  Баҡһаң, косметикала, шәхси гигиена сараларында (гель, крем, скраб, пилинг...)  микропластиктар етерлек икән.  Алюмин һәм полиэтиленды декоратив косметиканан тыш, сәс һәм маска яһау лагына өҫтәйҙәр.  Шуға күрә һатып алыу алдынан косметик сараларҙың составын яҡшылап өйрәнегеҙ. Микропластиктың өстән бер өлөшө тирә-яҡ мөхиткә  туҙған  автомобиль шиндары, аяҡ кейемдәре табаны һәм юл разметкаларынан тарала. Ҡояш нурҙары, ямғыр аҫтында  шиндар тиҙ тарҡала һәм тирә-яҡ мөхитте бысрата. Синтетик туҡыманан тегелгән кейемдәрҙең дә бында  ярайһы ҙур  “өлөшө” бар. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, донъяла туҡыманың 60 проценты синтетик материалдарҙан (нейлон, акрил, полиэстер, силикон) етештерелә.  Ошондай  кейемде кер йыуыу машинаһында  йыуыу ҡалдыҡ һыуҙарға бер нисә мең микропластик өлөшсәләр эләгеүенә килтерә. Шуға күрә синтетик кейемдәрҙе 40 градуслыҡ йылы һыуҙа йыуырға кәрәк.  Пластик һауытта һатып алынған аҙыҡты быяла йәки керамиканан эшләнгән һауытта  йылытығыҙ. Һыуҙы айҙар буйы пластик шешәләрҙә һаҡларға ярамай. Улар бер тапҡыр файҙаланыу өсөн генә тәғәйенләнгән.

Фото:coca-cola.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: