Һуңғы ике-өс йылда һаулыҡ һаҡлау тармағы иңенә төшкән һынауҙарҙы еңеү анһат бирелмәне. Пандемия менән көрәш байтаҡ сығым, кеше ресурстары талап итте. Әле лә был тәңгәлдә бурыстар етерлек, коронавирус менән көрәш һаман дауам итә. Шундай ҡатмарлы шарттарҙа ла республикала һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү, һанлаштырыу, яңы төҙөлөштәргә тотоноу, финанс ресурстарын тәғәйен файҙаланыу буйынса планлы эштәр башҡарылғанын күрәбеҙ. Айырыуса һаулыҡ һаҡлау тәүге звеноһын яңыртыу, ауыл-ҡасаба халҡын сифатлы ярҙам менән тәьмин итеү буйынса эштәр һиҙелерлек йәнләнде.
Медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, билдәле хирург, профессор Вил Тимербулатовҡа һуңғы осорҙа тармаҡтағы үҙгәрештәрҙе нисек баһалағанын һорап мөрәжәғәт иттек. Уны республикала бығаса булмағанса күләмдә һәм тиҙлектә һаулыҡ һаҡлау объекттарының төҙөлөүе һөйөндөрә.
– Беҙҙә бер ваҡытта ла дауалау учреждениелары бындай ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлмәне. Зубовтағы йоғошло ауырыуҙар госпитале ни бары 53 көн эсендә барлыҡҡа килде. Стәрлетамаҡтағы ковид госпитале лә шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа инде. Әле Сибай һәм Туймазыла күп функциялы госпиталдәр эш башланы. Иң мөһиме, уларҙа бөтә шарттар – реанимация койкалары, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, компьютер томографтары, ультратауыш, рентген ҡорамалдары буласаҡ. Халыҡтың медицина ярҙамы менән тулыһынса тәьмин ителеренә ышанам, – ти доктор.
Эксперт фекеренсә, пандемия тамамланыу менән дауаханалар буш тормаясаҡ, терапия дауаханаһы булып үҙгәртелеүҙәре мөмкин. Госпиталдең ҡурай тажы рәүешендә һалыныуы ҙур уңайлыҡ тыуҙыра, һәр корпусты айырым файҙаланырға була. Профессор аңлатыуынса, Стәрлетамаҡтағы ковид госпитале өҫтәмә рәүештә хирургия койкалары, бала табыу, балалар бүлексәһе, операция блогы менән тулыландырылған, тимәк, ауырыуҙы бер ҡайҙа ла күсереп йөрөтөү талап ителмәй. Реанимация койкаларының халыҡ-ара стандарттарға яуап биреүен дә табип юғары баһаланы.
“Өфөлә хәҙерге ваҡытта үҙенсәлекле үҙәк – кардиохирургия комплексы төҙөлөшө тамамлана. Учалыла оҙаҡламай хирургия корпусы сафҡа инергә тора, Туймазы һәм Дүртөйлөлә балалар поликлиникалары төҙөлдө. Капиталь ремонт башҡарылған учреждениелар күпме – һанап тормайым. Был эштәрҙең барыһы ла пандемия осоронда сикләнгән мөмкинлектәр мәлендә башҡарылды, республика етәкселеге тармаҡҡа ҙур иғтибар бирҙе. Башҡорт дәүләт медицина университетының ҡыҫҡа ғына осорҙа бөтә йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләй алғанын да билдәләргә кәрәк”, – тип тармаҡтағы аҙымдарҙы юғары баһаланы ғалим.
Ошондай яуаплы осорҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең ауыр, тынғыһыҙ хеҙмәтен лайыҡлы баһалау, наградалар тапшырыу уйланылған, дөрөҫ аҙымдарҙың береһе булды. Улар, һис шикһеҙ, бөгөнгө заман геройҙары, хөрмәткә лайыҡ хеҙмәткәрҙәр.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағындағы тәжрибәһенең төбәктәргә таратылғанына шаһитбыҙ. Бының менән ғорурланабыҙ. Яңыраҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса ил төбәктәре менән кәңәшмә үткәргәндә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшмәкәрлегенә лә иғтибар итте һәм уның эш тәжрибәһен башҡа төбәктәрҙә уртаҡлашҡанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәсәй төбәктәрендә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы 2021 йылдың 1 ғинуарынан башланды. Уға ярашлы, өҫтәмә медицина объекттарын файҙаланыуға тапшырыу, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, транспорт саралары менән тәьмин итеү ҡарала. Ошо программа буйынса Башҡортостанда былтыр 73 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырылды, райондарҙа һигеҙ капиталь ФАП төҙөлдө. Шулай уҡ 22 медицина ойошмаһында капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Үткән йылда медицина ойошмалары өсөн 76 автомобиль транспорты алынды.
2022 йыл тармаҡ алдына тағы ла мөһимерәк, ҡатмарлыраҡ бурыстар ҡуя. Маҡсат бер – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү. Әйткәндәй, быйыл республикала 58 яңы медицина учреждениеһын сафҡа индереү планлаштырыла.
Еренә еткерелер, атҡарылыр бурыстарҙың һәм хәл итер мәсьәләләрҙең, халыҡты борсоған етешһеҙлектәрҙең әлегә байтаҡ булғанын аңлайбыҙ. Әммә тармаҡтың тарихта булмағанса күтәрелеш кисереүе, яңыртылыуы алдағы аҙымдарҙың тағы ла баҙығыраҡ, өмөтлөрәк булырына ышаныс тыуҙыра. Һынауҙар беҙҙе һындырмаҫ, тип уйлайбыҙ.
Динә АРЫҪЛАНОВА