Яҙғы осорҙа иммунитетты нығытыу өсөн С витамины тупланған тоҙло кәбеҫтәнән дә файҙалы аҙыҡ юҡтыр. Хужабикәләр уны нисек кенә тоҙламай, нимә генә ҡушып әҙерләмәй... Һәр кемдең үҙ рецебы һәм сере.
Бактериялар йәшелсәләге шәкәрҙе һөт кислотаһына әүерелдерә. Диабет менән сирләгәндәр өсөн был бик файҙалы, һөт кислотаһы глюкоза кимәлен контролләргә ярҙам итә, эсәклектәге зарарлы микроорганизмдарҙың үрсеүен баҫа, аҙыҡ матдәләрен үҙләштереүҙе һәм токсиндар сығарылыуын тиҙләтә.
Тоҙланған кәбеҫтә ҡан тамырҙары өсөн файҙалы, холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә. Тимәк, йөрәк сирҙәре хәүефенән аралай. Был аҙыҡ А витаминына, кальций, марганец, калийға бай. Органик кислоталары күҙәнәктәрҙе юҡҡа сығарыусы ирекле радикалдар тәьҫирен кәметә. Айырыуса миҙгелдәр алмашынған, һалҡын, ел-ямғырлы осорҙа өҫтәлегеҙҙән тоҙланған кәбеҫтә өҙөлмәһен.
Шуны ла иҫтә тотоғоҙ, тоҙло кәбеҫтә нисек кенә файҙалы булмаһын, унда тупланған бактерияларҙың һәм күҙәнәкле туҡыманың газ барлыҡҡа килтереүе һәм аҙыҡ эшкәртеү органдарының лайлалы тиресәһен ярһытыуы ихтимал. Шуға күрә ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән яфаланған кешеләргә тоҙланған кәбеҫтә менән мауыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.
Д. АРЫҪЛАНОВА.